АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
5 Май , 11:35

Ҡыҙҙар тыуһа - именлек килер

Быйыл башҡаса күҙәтеү: тәүҙә ятҡан палатала туғыҙ ҡыҙға ике малай тура килһә, һуңғыһында алты ҡыҙға бер малай булды. "Ҡыҙҙар күп тыуһа, илгә именлек килер" тиҙәр. Амин, шулай булһын!

Ҡыҙҙар тыуһа - именлек килер
Ҡыҙҙар тыуһа - именлек килер
Минең донъям әле бәпес тирәһендә әйләнгәс, постарым да шул хаҡта булыр инде. Ярай, ҡатын-ҡыҙҙың мәңге ялҡмаҫ, танһыҡ ҡанмаҫ темаһы ул. "Ирҙәр осрашһа, армия һөйләр, ҡатындар осрашһа, бала һөйләр", тигәндәр бит. Сәхифәмде күпселек ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә, ир-егеттәр таралып бөттө, шөкөр!))

Халыҡ юрауҙарына иғтибар итмәһәң дә, боронғо аҡыл барыбер үҙенекен итә шул. Улдарым тыуғанда (2011-2015 йылдар) роддом тулы малайҙар ине. Бер палатала 6 әсә ятһаҡ, шуның бишеһе малай, береһе генә ҡыҙ ине. Улар уҡыған кластарҙа ла - шыр малайҙар. Шул йылдарҙа уҡ әйтәләр ине: "Малайҙар күп тыуһа, һуғыш булыр" тип. Күңел һис ышанмаһа ла, хәҡиҡәт - ысынбарлыҡта.

Быйыл башҡаса күҙәтеү: тәүҙә ятҡан палатала туғыҙ ҡыҙға ике малай тура килһә, һуңғыһында алты ҡыҙға бер малай булды. "Ҡыҙҙар күп тыуһа, илгә именлек килер" тиҙәр. Амин, шулай булһын!

Кейәүгә сығып, тормош ҡора башлаһалар, ауырыраҡ булыр инде - "по статистике, на десять девчонок девять ребят" - әммә бөгөн башҡаһы мөһим. Илебеҙгә именлек, донъябыҙға ҡот, күңелебеҙгә тыныслыҡ ҡайтһын! Ә ҡыҙҙарыбыҙҙың тәүфиғы булһа, бәхете үҙе эйәрер! Аҡыллы, лайыҡлы кейәүҙәр, бәхетле, татыу ғаиләләр насип булһын һәр ҡайһыбыҙҙың балаларына!
Светлана Насырова-Сөләймәнова.
фото модель Анна Павага (интернеттан)
 
Автор:Гульдар Кадаева