Бөтә яңылыҡтар
Фекер
18 Апрель , 09:30

Диалог

- Ә, һинеңсә, нимә һуң ул йәшәү?- Йәшәү - ул йәшәү инде. Иртән тораһың, ашайһың, эшкә бараһың, ашайһың, ҡайтаһың да, тағын ашайһың... Шунан, ятаһың... Ашау араһында телефон, телевизор, юл, магазин...- Ошо йәшәү тип аталамы?

Диалог
Диалог

Диалог.
- Ышанаһыңмы?
- Ышанам.
- Ә мин юҡ. Ышанмайым.
- Ышанырға кәрәк - ышанысһыҙ йәшәп булмай!
- Ә, һинеңсә, нимә һуң ул йәшәү?
- Йәшәү - ул йәшәү инде. Иртән тораһың, ашайһың, эшкә бараһың, ашайһың, ҡайтаһың да, тағын ашайһың... Шунан, ятаһың... Ашау араһында телефон, телевизор, юл, магазин...
- Ошо йәшәү тип аталамы?
- Ҡуй әле, башты ҡатырма! Баш былай ҙа ҡатҡан.
- Нимәнән ҡатҡан?
- Нимәнән, нимәнән? Шул йәшәүҙән инде!.. Һуҡыр, һаңрау булһаң ғына йәшәүе рәхәттер - ишетмәйһең дә, күрмәйһең дә...
- Әллә инде, ишетмәгәс тә, күрмәгәс тә йәшәүҙең ни ҡыҙығы?!.Шулай ҙа, әйт әле, һин ышанаһыңмы?
- Эйе. Башҡаса сарам юҡ. Һин дә ышан... "Күмәк ышаныс ыңғай көс туплар", - ти торғайны бер Аҡһаҡал. Беҙ ҙә ышанайыҡ.
- ... Ышанайыҡ ...

Нәйлә Сәфәрғолова.

фото интернеттан

Автор:Гульдар Кадаева