Бөтә яңылыҡтар
Фекер
14 Апрель , 19:40

Үҙ кешең

Үҙ кешеңде осратһаң, бөтөнләй икенсегә әүереләһең, ысын үҙең булаһың. Үҙеңә әүерелеү – ул үҙ кешеңде осратыуыңдың иң төп билдәһе. Ҡояш нурына үҫенте турайған кеүек, һин дә тураяһың.

Үҙ кешең
Үҙ кешең

 

Үҙ кешең менән үҙең кеүек һөйләшәһең. Уға ла үҙеңә үпкәләгән кеүек үпкәләйһең. Үҙеңә ышанған кеүек ышанаһың. Һәм уға тулыһынса биреләһең. Үҙеңдән арыған кеүек, унан да арып китәһең.

Үҙ кешеңдән тыш тормошто күҙ алдына килтерә лә алмайһың. Хатта ул алыҫта булһа ла – ул бар. Унан килгән яҡтылыҡ нуры меңәр саҡрымдар аша булһа ла һиңә килеп етә.

Был мөхәббәт кенә түгел. Яратҡан, үҙ кешең – ул беҙ. “Һин минең тормошом, йөрәгем, тын алышым!” – тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Һин - ул мин. Үҙ етешһеҙлектәрең, проблемаларың, ваҡ низағтар, арыу-талыуың – ул һин, тимәк мин. Һинең менән генә мин ысын, тулы кешемен. Теремен.  

Бына нимә ул “үҙ кешең”. Уның менән тормош көтөргә, йәшәргә кәрәк. Үҙ кешең менән йәшәүгә бик күп йылдар үтһә лә һөйөү һүрелмәй, кәмемәй. Бәлки, ул үлгәндән һуң да юғалмайҙыр. Бәлки, был донъяға тыуғанға ҡәҙәр ҙә үҙ кешең менән бәйләнеш булғандыр.

Ысын мөхәббәт ул – үҙ кешең. Һәм ул бәхет. Уны күрә һалып бармайһың. Һулыш алыу һәм йәшәү мөмкинлеге кеүек...
Анна Кирьянова.

Гөлдәр Ҡадаева тәржемәһе.

 фото интернеттан

Автор:Гульдар Кадаева