Бөтә яңылыҡтар
Фекер
12 Апрель , 10:40

Сәләмәтлекте ҡаҡшатыусы хистәр

Австрия ғалимы, психология һәм психосоматика өлкәһендәге белгес Вольфанг Грубер тикшереү үткәреп, биш йыл дауамында 2 мең кешене өйрәнгәндән һуң, сәләмәтлеккә кире йоғонто яһаусы 5 хис-тойғоно айырым билдәләгән. КӨНЛӘШЕҮ Көнсөл кешеләр башҡалар менән сағыштырғанда 2,5 тапҡыр күберәк инфаркт кисерә. Ғалим билдәләүенсә, көнсөллөк—йөрәк өсөн ағыу. ҠЫҘҒАНЫУ Тикшеренеү иҫбатлауынса, был тойғо организмдың гормональ статусын боҙа, енси гормондарҙы, атап әйткәндә тестостеронды кәметә. Был ирҙәр өсөн хәүефле. Был хис ваҡсыл һәм яһил (тиран) кешеләргә хас. ҮҘ-ҮҘЕҢДЕ ҒӘЙЕПЛӘҮ Үҙеңде ғәйепле тойоу яман шеш сиренә килтерә. Улар һыуыҡ тейҙереп тә йыш ауырый. Ғалимдар әйтеүенсә, кеше һаулығының 80 проценты психологик хәл-торошҡа бәйле. ҮҘ-ҮҘЕҢДЕ ЙӘЛЛӘҮ Был тойғо бауырҙа проблема тыуҙыра, ацетилхолин—хәлһеҙлек гормоны бүленә, ҡандағы шәкәрҙе кәметә. Тамаҡ ашауға бәйле проблемалар сыға.

Сәләмәтлекте ҡаҡшатыусы хистәр
Сәләмәтлекте ҡаҡшатыусы хистәр

БИШЕНСЕ ХИС - ҺАРАНЛЫҠ

Бындай кешеләр аш эшкәртеү системаһына бәйле проблемаға осрай. Булимия йә анорексия булыуы ихтимал. Һаранлыҡ тойғоһо янында һәр саҡ көрсөк йөрөй.

 

 

 

Фото: mykaleidoscope.ru

 

 




Автор:Резеда Валиева