Бөтә яңылыҡтар
Фекер
9 Апрель , 09:55

Беләһегеҙме, ҡартайыуҙа иң ҡурҡынысы нимә?

- Нимә?- Һин күренмәй башлайһың. Йәш сағыңда матур, көслөһөң, һиңә урамда иғтибар итәләр. Йәш барған һайын был сифаттар бөтә һәм кеше иҫке күлдәктәге ҡарт ҡарсыҡҡа, үтә күренмәле, үҙенә иғтибар йәлип итмәгән күләгәгә әйләнә.Был шулай. Әбей-бабайҙарҙың тик өлкән кешеләргә генә хас йәш үлсәме... Иғтибар иткәнегеҙ бармы, улар тураһында бер ваҡытта ла: ул – инженер, ул – уҡытыусы, тип әйтмәйҙәр. Уға 76, йә 80 йәш тип кенә ебәрәләр...

Беләһегеҙме, ҡартайыуҙа иң ҡурҡынысы нимә?
Беләһегеҙме, ҡартайыуҙа иң ҡурҡынысы нимә?

Ҡарт кеше тураһында, ваҡыт үткән һайын, һирәк кенә уның ниндәй һөнәр кешеһе булғанын, нимә эшләй белгәнен, нимә яратҡанын, нисек йәшәүе менән ҡыҙыҡһыныусы кешеләр һаны күпкә ҡыҫҡара. Уның дуҫтары, коллегалары йә үлгән, йә ҡартайып түшәктән тормайҙар. Ҡайһылары өйҙән яҡындағы кибеткә барып киләү өсөн генә сыға. Урамда уларҙың йәштәштәре лә, ваҡыт үткән һайын, аҙыраҡ осрай...

Балалары ла үҙ ғаиләләрен ҡороп, дуҫтары менән ҡаланың икенсе башына күсеп китеп йәшәйҙәр. Оло йәштәге ата-әсәһен мобил телефон аша ғына яраталар.
Ҡарттар йәшәгән подъезд яйлап яңы йәш ғаиләләр менән тула.
Ишек алдында ҡарттарҙы тик фатир номерҙары буйынса ғына беләләр. Юҡ-юҡта берәйһе магазиндан алып ҡайтҡан сумкаһын ишеге төбөнә илтеп ҡуйып китергә мөмкин. Ә был фатир эсендә нимә, бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай.
Ҡарттар тормошо – ул өнһөҙ донъя.
Ҡартайған ата-әсәйҙәребеҙҙе яйлап ниндәй вакуум үҙ эсенә алғанын беҙ аңлап та етмәйбеҙ. Ни өсөн әсәйебеҙҙең эшкә көнөнә 5 – 6 тапҡыр шылтыратып ҡамасаулауын да аңлап еткермәйбеҙ. Ә атай?.. Ҡарттар бары ике араны бәйләп торған нескә епте өҙөлөп ҡуймаһын тип ҡурҡып шылтыраталар. Шул нескә еп өҙөлөп ҡуймаһын, тип өлгөрөп ҡалырға тырышалар...

Дауамы бар.

Миләүшә Ғәйфуллина.

фото интернеттан

Автор:Гульдар Кадаева