Бөтә яңылыҡтар
Фекер
6 Апрель , 20:10

БЕҘҘӘН ҺЕҘГӘ КӘҢӘШТӘР

Көн дә 10-30 минут булһа ла йөрөп килегеҙ. Атлағанда йылмайығыҙ! Йылмайыу—иң яҡшы антидепрессант. Көн дә 10 минут тынлыҡта ултырып алығыҙ. Көн дә иртән торғас Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйтегеҙ! Маҡсат билдәләгеҙ. Күберәк емеш-еләк, йәшелсә ашағыҙ! Консервалағанған, составында ҡатышмалар булған нәмәләрҙән ситләшегеҙ. Йәшел сәй, һыу эсегеҙ. Көн дә өс кешене йылмайтырға тырышығыҙ! Ваҡытығыҙҙы ғәйбәткә, юҡ-бар хәбәргә әрәм итмәгеҙ! Негатив уйҙарҙан, үткәндәргә үкенеүҙән туҡтағыҙ, барыбер үҙгәртеп булмай бит инде. Уның урынына яҡшы ғәмәл менән булығыҙ! Иртәнге ашты королева кеүек ашағыҙ, төш - принцессалай, ә кис бала һымаҡ туҡланығыҙ. Ихлас булығыҙ, үҙегеҙҙе яратығыҙ!

БЕҘҘӘН ҺЕҘГӘ КӘҢӘШТӘР
БЕҘҘӘН ҺЕҘГӘ КӘҢӘШТӘР

Ааа

 

  1. Көн дә 10-30 минут булһа ла йөрөп килегеҙ. Атлағанда йылмайығыҙ! Йылмайыу—иң яҡшы антидепрессант.
  2. Көн дә 10 минут тынлыҡта ултырып алығыҙ.
  3. Көн дә иртән торғас Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйтегеҙ! Маҡсат билдәләгеҙ.
  4. Күберәк емеш-еләк, йәшелсә ашағыҙ! Консервалағанған, составында ҡатышмалар булған нәмәләрҙән ситләшегеҙ.
  5. Йәшел сәй, һыу эсегеҙ.
  6. Көн дә өс кешене йылмайтырға тырышығыҙ!
  7. Ваҡытығыҙҙы ғәйбәткә, юҡ-бар хәбәргә әрәм итмәгеҙ! Негатив уйҙарҙан, үткәндәргә үкенеүҙән туҡтағыҙ, барыбер үҙгәртеп булмай бит инде. Уның урынына яҡшы ғәмәл менән булығыҙ!
  8. Иртәнге ашты королева кеүек ашағыҙ, төш - принцессалай, ә кис бала һымаҡ туҡланығыҙ. Ихлас булығыҙ, үҙегеҙҙе яратығыҙ!
  9. Тормошта ғәҙелһеҙлектәр күп, әммә ул матур!
  10. Ғүмер ҡыҫҡа, уны нәфрәткә арнамағыҙ! Барыһын да ғәфү итегеҙ!
  11. Барыһын да, хатта үҙегеҙҙе етди ҡабул итмәгеҙ!
  12. Һеҙ һәр бәхәстә еңергә тейеш тә түгелһегеҙ. Күнергә лә әҙер булығыҙ.
  13. Үткәнегеҙ бөгөнгөгөҙҙө ағыуламаһын өсөн үткәнегеҙ менән дуҫ булығыҙ.
  14. Үҙ тормошоғоҙҙо башҡаларҙыҡы менән сағыштырмағыҙ! Башҡалар тормошон эстән белмәйһегеҙ бит.
  15. Һеҙҙең уңышҡа һеҙҙән башҡа бер кем яуап бирмәҫ.
  16. Нимәлер һеҙҙә хафа уята икән, үҙегеҙгә һорау бирегеҙ: “Йәнә биш йылдан был мөһим булырмы һуң?”
  17. Мохтаждарға ярҙам итегеҙ! Йомарт булығыҙ! Алырға ғына түгел, бирергә лә өйрәнегеҙ!
  18. Башҡаларҙың һеҙҙең хаҡта нимә уйлауы һеҙҙе борсомаһын!
  19. Ваҡыт дауалай.
  20. Әлеге ваҡиға ниндәй генә булмаһын—күңеллеме, күңелһеҙме—бер килеп ул үҙгәрәсәк.
  21. Көнләшеү – ваҡытты бушҡа әрәм итеү. Һеҙҙең әле барыһы ла бар!
  22. Һәр кис йоҡлар алдынан Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт уҡығыҙ.
  23. Тормошоғоҙға стресты индермәгеҙ!
  24. Белгәнегеҙҙе башҡаларға әйрәтегеҙ.
  25. Бәхетле булығыҙ!

Фото: bondik-kids.ru

АВТОРҘЫҢ РӨХСӘТЕНӘН ТЫШ БАШҠА САЙТТАРҒА, СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРҘӘРГӘ АЛЫУ ТЫЙЫЛА.




 

Автор:Резеда Валиева