Бөтә яңылыҡтар
Фекер
5 Апрель , 15:30

Балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләйбеҙме?

Улының оҙон-оҙаҡ итеп ошаҡлашыуынан, "все таки без драки не обошлось" икәне аңлашылды, әсәһе, һүҙен: "Не дай себя обижать, дерись, если игрушку отбирают ты тоже отбирай, если разрушают ты тоже разруши", - тип тамамланы... Йөрәгемә уҡтай ҡаҙалды был "разруши" тигән һүҙе... Разруши... Ошо бер һүҙе балаһының ғүмерен, үҙҙәренең ғаиләһен, йәмғиәтте, милләтте, республиканы, илебеҙҙе, дәүләтебеҙҙе ҡыйратырға бер аҙым булғанын бер ҡасан да аңламаҫ та буғай был хәсрәт әсә.

Балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләйбеҙме?
Балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләйбеҙме?

Балалар баҡсаһында балларымды дежур төркөмдән алып кейендереп ултырам. Тағы бер ҡатын малайын алды ла, кейендерер алдынан балаһын әйләндереп-тулғандырып тәнен ҡарап сыҡты, күгәреп-сыйылмағанмы йәнәһе🙄. Беренсе һүҙе лә: "Сегодня надеюсь без драки обошлось",-булғайны.
Улының оҙон-оҙаҡ итеп ошаҡлашыуынан, "все таки без драки не обошлось" икәне аңлашылды, әсәһе, һүҙен: "Не дай себя обижать, дерись, если игрушку отбирают ты тоже отбирай, если разрушают ты тоже разруши", - тип тамамланы... Йөрәгемә уҡтай ҡаҙалды был "разруши" тигән һүҙе... Разруши... Ошо бер һүҙе балаһының ғүмерен, үҙҙәренең ғаиләһен, йәмғиәтте, милләтте, республиканы, илебеҙҙе, дәүләтебеҙҙе ҡыйратырға бер аҙым булғанын бер ҡасан да аңламаҫ та буғай был хәсрәт әсә.

Әлбиттә, балалар баҡсаһында төрлө хәлдәр, төрлө баллар була, әммә, балаға, үҙенә һуҡ, уйынсыҡтарын емер, тип әйтергә кәрәкме икән ул? Бәләкәй генә баллар араһындағы был ығы-зығы ҙур проблема һымаҡ тойолмаһа ла, ныҡ ҙур проблема бит ул. Сөнки тап бәләкәй саҡта, бала кеше булып формалашҡан саҡта уның йөрәгенә яҡшылыҡты, изгелекте, кешелелекте, дуҫлыҡты һалып ҡалырға кәрәк икәнен, барыбыҙ ҙа аңламайбыҙмы ни... Ниңә әле был яҡты донъяла йәшәүенә 4-5 йыл ғына булған ыуыҙ ғына аңлы бер сабыйға, енәйәтселәр халәтен һалып, "емер", "һуҡ", тип башҡа кешеләргә ҡарата яратмаусанлыҡ, дошманлыҡ тәрбиәләргә? Шунан башлана инде бәғерһеҙлек, мин-минлек, күрәлмаусанлыҡ, бала үҫкән һайын йөрәгендәге был яманлыҡ та ҡуша ҙурая бит. Шунан үҙебеҙ аптырайбыҙ, беҙ йәшәгән йәмғиәттә ҡайҙан был хәтлем көс ҡулланыуҙар, кеше язалауҙар, үлтереш-ҡыйралыштар тип...🤷‍♀️ Кескәй йәмғиәттә кескәй баланың күңеленә "һуҡ", "емер", "туҡма", "ҡыйрат" тигән ағыу сәсеп үҫтергәс кемдәрҙер... Был әсәнең "разруши" тигән һүҙҙәренән бик ауыр булды, ысынлап та...

Ә эргәмдә үҙемдең балларым хәбәр һөйләй. Ҡаһарманы тәтелдәп дежур төркөмдә икенсе тәтәйҙәр менән уйнағанын һөйләй, ә Ихтияр, ҙурыраҡ бала булараҡ, әлегеләрҙең баштағы һүҙен ишетеп, әсәй, мине бөгөн тышта И... ҡолатып китте, аяғым ныҡ итеп ауыртты, тей.
- Яңылыш ҡыналыр, - тинем.
- Но, ныҡ ауыртты, - тей улым.
...ҡосаҡлап, аяғының ауыртты тигән урынын ыуып, яңылыш ҡына ҡолатҡандыр, улай ғына була инде, хәҙер ауыртмай ҙа инде, ауыртыуы бөткән, тип йыуатам...Улым да минең менән риза, күҙҙәрендә бер ниндәй асыу ҙа, ярһыу ҙа, шулай уҡ, йәлләтеү ҙә, бахырлыҡ та күрмәнем...🙏

Ысынын әйткәндә, беҙҙең Балалар баҡсаһының беҙҙең Башҡорт төркөмө иң яҡшы төркөмдәрҙән һанала. Сөнки беҙ балларыбыҙға, һуҡһалар - ҡаршы һуҡма, емерһәләр - яуап итеп уларҙыҡын емермә, насар һүҙҙәр әйтһәләр - насар яуап бирмә, дуҫ бул, бергәләп уйнағыҙ, бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ, тип әйтеп ебәрәбеҙ. Шуғалыр, иң тыныс төркөм дә беҙҙең төркөм, тиҙәр. Мин ныҡ итеп ышанам, беҙҙең төркөмдә тәрбиәләнеп сыҡҡан балалар тормошта кешелекле, иғтибарлы, изгелекле, эскерһеҙ, ябай, ихлас, шуның менән уңышлы, матур кешеләр булырҙар тип.

Балларым менән тышҡа сығам. Ә унда икенсе тамаша: биш-алты йәшлек бер бала истерикаға бирелеп әсәһен туҡмап ята. Уныһы самокатын парковка яғынан үҙе килтергәнме, әллә просто күтәреп шылдырғанмы, аңламаным, ныҡ итеп енләнгән, һыулы асфальтта тулап илап ятҡан был баланың әсәһенә, я сам хотел.....әллә нимә, әллә нимә, дура...тигәндәре генә аңлашылды. Әсәһе тыныс, ҡәтғи тауышы менән нимәлер аңлатырға тырыша, ә бала тулап әсәһенә тибенә, һуғына...

Ике улым менән шаҡ ҡатып һикәлтәнән төшәбеҙ, Ихтияр, әсәй беҙҙең самокаттарҙы алып килдеңме, тип һорай. Иртән ныҡ ҡабалан сығып киткәстәре, машина менән бараһығыҙ барыбер, алып тормағыҙ, үҙем алып барырмын, тигәйнем...Үҙем ҡабаланып, өйгә һуғылып самокаттарын алырға онотҡанмын. Шулай тип ғәфү үтенәм быларҙан. Ә уларым, аптырааап теге малайға ҡарап үтеп киттеләр ҙә, күңелле һөйләшеп, уйнай-шаяра ҡайтырға сыҡтылар.

Ҡар иреп бөткәнен, яҙ килгәнен, тиҙҙән йәшел генә үләндәр, сәскәләр сыҡҡанын һөйләшеп атлайбыҙ улдарым менән. Садикта күргән хәлдәрҙән һуң ҡапыл йөрәгемә рәхәт булып ҡалды. Бик аяуһыҙ килһә лә, йылыһын йәлләмәгән яҙға ҡарап, үҙемдең тыныс күңелле, аҡыллы, аңлы малайҙарыма ҡарап шул хәтлем күңелем бөтөн булғанын аңланым. Йәшәү шул хәтлем еңел һәм матур икәнен аңлап рәхәтлек кисерҙем.

Тағы шул: тыныс, бөтөн күңелле, бәхетле булыр өсөн балаңа матур тәрбиә бирергә кәрәк икән. Балаға матур тәрбиә биреп, матур киләсәгебеҙҙе, матур йәмғиәтебеҙҙе тәрбиәләйбеҙ...☝😌😍

Бөгөн тағы шуға иғтибар иттем, ҡайтышлай магазинға һуғылғас, балларым магазиндың проходында ултырған автоматты ҡарап, тимер аҡса һалып ала торған һағыҙ, таблетка кәнфиттәр һорап инеп киттеләр. Ҡысҡырып әйтмәнем үҙҙәренә, тик эстән ризалашҡайным. Ихтияр улым ингәс, молочный бүлектән ҡиммәтле генә творожоктар тотоп килгән дә, әсәй, әйҙә, кәнфиттәр урынына ошоно алайыҡ, был полезнее, ә кәнфиттәр теште һыҙлатырға может, тей. Ысынлап та, сыҡҡас кәнфиттәрҙе һораманылар. Насарлыҡтан яҡшылыҡты, файҙаһыҙҙан файҙалыны айыра беләләр, тимәк. Ошо балларыма ҡарайым да, ҡайһылай аҡыллы, аңлы балалар тәрбиәләгәнмен тип, үҙем менән ғорурланып бөтә алмайым...☺️😆😂😂😂

 

ТАҢСУЛПАН РӘСҮЛдең "БӘЙЛӘНЕШТӘ" битләүенән фекере.

Интернеттан һүрәт: triptonkosti.ru

Автор: