Бөтә яңылыҡтар
Фекер
3 Апрель , 15:40

Рамаҙан айы - йомартлыҡ айы

Рамаҙанда мохтаждарҙы, фәҡирҙәрҙе ашатыуҙың әжер-сауабы ҙур. Пәйғәмбәрҙән шундай бер хәҙис риүәйә ителә: «Йәннәттә тышҡы яғы – эстән, эске яғы тыштан күренеп торған бүлмәләр бар. Аллаһ уларҙы ярлыны ашатҡан, һөйләшкәндә йомшаҡ булған, йыш ураҙа тотҡан һәм бүтәндәр йоҡлағанда намаҙҙар уҡыған кешеләргә әҙерләгән» (Әхмәт риүәйәте; хәсән хәҙис).

Рамаҙан айы - йомартлыҡ айы
Рамаҙан айы - йомартлыҡ айы

Йомартлыҡ саҙаҡа өләшеү менән генә сикләнмәй. Белем таратыу; аҡсалата ярҙам; вазифаңа йәки көсөңә ҡарап, башҡаларға файҙа килтереү; кешеләр менән күркәм мөғәмәлә итеү – быларҙың барыһы ла йомартлыҡҡа инә. Ибн Ғәббәстән (Аллаһ унан риза булһын) риүәйәт ителгән: «Аллаһ рәсүле кешеләр араһында иң йомарты булды, ә иң нығы рамаҙанда йомарт ине», – тигән хәҙисте күҙ уңында тотоу мөһим.

Рамаҙанда мохтаждарҙы, фәҡирҙәрҙе ашатыуҙың әжер-сауабы ҙур. Пәйғәмбәрҙән шундай бер хәҙис риүәйә ителә: «Йәннәттә тышҡы яғы – эстән, эске яғы тыштан күренеп торған бүлмәләр бар. Аллаһ уларҙы ярлыны ашатҡан, һөйләшкәндә йомшаҡ булған, йыш ураҙа тотҡан һәм бүтәндәр йоҡлағанда намаҙҙар уҡыған кешеләргә әҙерләгән» (Әхмәт риүәйәте; хәсән хәҙис).

Автор:Гульдар Кадаева