Бөтә яңылыҡтар
Фекер
2 Апрель , 18:15

Алдау

Ҡайһы йылда булғандыр. Өйҙә эш менән булып йөрөһәм, Ғәйнислам мәрхүм килеп инде. Үҙен етди генә тотоп хәбәр һалды. -Миңзифа, тиҙ генә йыйын да беҙгә бар, апайың саҡыра,- ти инде. Шул тиклем ҡабаланмы ни, ут сыҡҡанмы әллә? -тием. -Ҡатындар саҡырҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы, хәҙер генә бар,- тине лә йәһәт кенә сығып китте. Мин ни ҡунаҡ тигәс, эшемде ташлап кейенеп-яһандым да күстәнәсемде тотоп апайыма юлландым...

Алдау
Алдау

1 апрель шаярыу, алдау көнө булып билдәләнһә лә, бер кемде лә алдағаным булманы .Үҙемде инде күп тапҡырҙар алдағанданылар... Һәм мин 1 апрель алдау көнө икәнен онотоп гел генә ышана торғайным . Күбеһе онотолоп та бөткән инде хәҙер . Ә берәүһе генә хәтерҙә ҡалған нисектер .
Мирсәйет ҡустым әйтмешләй , теге минең иҫке ирҙең дуҫы була торғайны . Ғәйнислам мәрхүм беҙҙән сыҡманы инде . Дуҫлыҡтан тыш , уның әсәһе Рауза апай ҡайнымдың яҡын ғына туғаны ла булғас , беҙ аралашып йәшәнек инде . Ғәйнисламдың апаһы Зөлфиә апай менән беҙ дуҫ булдыҡ . Бер беребеҙгә йомошҡа , сәйгә йөрөшә инек .
Ҡайһы йылда булғандыр . Өйҙә эш менән булып йөрөһәм , Ғәйнислам мәрхүм килеп инде . Үҙен етди генә тотоп хәбәр һалды . Миңзифа , тиҙ генә йыйын да беҙгә бар , апайың саҡыра , тей инде . Шул тиклем ҡабалан меней , ут сыҡҡанмы әллә тием . Ҡатындар саҡырҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы , хәҙер генә бар тине лә йәһәт кенә сығып тайҙы . Мин ней ҡунаҡ тигәс , эшемде ташлап кейенеп яһандым да күстәнәсемде тотоп апайыма юлландым .
Көн шундай матур . Ҡояшлы , йылы . Ҡар иреп бөтөп , ер кипкән ине . Туфли кейеп барғаным иҫтә ҡалған . Килә ятһам апайым колонкала һыу алып тора . Ҡалай әйтмәй генә килә ятаһың тине . Килә ятам шул тинем дә күңелгә ҡапыл шик йүгерҙе . Әйҙүк , инәйек өйгә тип эйәртенешеп индек . Бер ниндәй шыш быш та юҡ , өҫтәл дә юҡ , ҡунаҡтар ҙа күренмәй . Ваҡ төйәк хәбәр һөйләшә һөйләшә апайым сәй ҡуйҙы . Кеше һыйлауға ул шәп ине ғәләмәт . Ҡайһы ваҡытта барһаң да бөтә нәмәһе лә була . Ашын йылыта һалып итен турап ултыртты . Булған нәмәһен теҙҙе өҫтәлгә .
Ғәйнислам саҡырып китте лә инде мине , шуға ышанып ҡунаҡҡа килдем мин тием . Аһ , аһ килһәң ней бик яҡшы булды әле , ҡунаҡһың инде тип апайым һыйлап ҡайтарҙы мине . Уның алдағанына минең ышанғаныма көлөшә көлөшә бер самауыр сәйҙе һуҡтыҡ , самауырҙы туңҡайтҡансы . Әйткәндәй , нисә барһаң да Зөлфиә апайҙың тупһаһында боронғо күмер самауыры һажлап ҡайнап ултырыр ине . Беҙҙең һымаҡ газда сәйнүк ҡайнатып сәй эсереп ултырманы ул кешегә . Ысын самауыр сәйе , ҡомалаҡтан мейестә бешкән әсикмәк . Ммм ... ҡомалаҡ икмәген ашағы килеп китте хатта иҫләгәс . Һалманы ла үҙе йәйҙе . Үҙең йәйгән һалманың тәме телеңде генә йоторлоҡ бит инде ул . Мин магазин һалмаһын бөтөнләй хушһынмайым , уны ашаһам һалма ашаған һымаҡ та түгелмен . Үҙем йәйергә тырышам һәр ваҡыт .
Бына шундай егәрле , оҫта , ҡунаҡсыл апайымда алданып барып ҡунаҡ булып ҡайтыуым онотолмаҫ хәтирә булып күңелем төбөндә һаҡланып ҡалған ...
Күп тапҡырҙар алдағандарҙыр инде . Ҡалғандарын иҫләй алманым .
Башҡортостанда яҙҙыр инде . Себерҙә һаман да ҡыш . Буранлап тороп ҡар яуа . Йырып сыҡҡыһыҙ көрт баҫҡан ине . Әллә төнө буйы яуған инде . Яҙҙы , йәйҙе һағындырҙы . Өйҙә булһам был ваҡытта пасевты күптән бөткән булыр инем . Эштә йөрөгәс сәсеү туҡтап торҙо бит инде . Ҡайта һалып сәскәләремде үрсетә башларға һәм башҡа эштәр менән булашырға тип инде елкенеп кенә йөрөгән булам . Ситтә йөрөһәң доньяны артыҡ алып барып та булмай икән . Нимәһендер эшләп өлгөрәһең , өлгөрмәгәне ятып ҡала бирә . Өйҙә генә булып гөрләтеп йәшәүгә бер ниҙә етмәй . Сумкаңды һөйрәп сығып китәһең . Ҡырҡ биш көн туҡтамай алһыҙ ялһыҙ эшләйһең . Тағы ҡайтып инәһең . Өлгөргәнсә алға шылдыраһың донья ҡыйын , тағы сығып китер кәрәк ҡатаң шапылдап .
Вахта аҙағы етһә мин артыҡ сабырһыҙға әйләнәм дә ҡуям ул . Көндәрҙе , сәғәттәрҙе һанайым . Балаларға звонить итәм туҡтауһыҙ . Ейәнсәрҙәремдең фотоларын , видеоларын ҡырҡ тапҡыр асып ҡарап шулар менән һөйләшәм . Ҡыҙҙарым да киленем дә көтөп кенә тора бит инде ҡайтыуымды . Элек ҡайта ла аҙна буйы постельдә аунай торғайным тора алмай . Хәҙер улайтып ятып булмай . Ҡайтып бер көн йоҡлаһам Юлдыбайға һыпыртыр кәрәк . Унда Асиям бар бит .Уны барып һөйөп ҡайтмайынса ялым ял да түгел әле .
Эй , Алламдың биргәненә шөкөр инде . Шул ейәнсәрҙәр беҙгә йәшәүгә дәрт бирәлер ахры .
Тормоштан төңөлөп , бөтөнләй доньяһына ҡул һелтәгән мәлдәрем дә булды бит инде .
Бер бер артлы Розалиәм менән Гүзәлиәмде ерләгәс йәшәүҙең мәғәнәһе бөтөнләй бөткәйне бит инде .
Аянам , Латифам мине терелтте . Йәшәүгә көс бирҙе . Шул балаларға әүрәп кире йәшәй башланым . Хәҙер Асиям да бар бит инде . Тормошомдоң иң сағыу биҙәктәре шул өс ҡурсағым минең .
Эш башламай доньямды онотоп әллә ниҙәр яҙып алдым да киттемсе ))
Байрам менән һеҙҙе хөрмәтле подписчиктарым !
Уйын көлкө , шаярыу , алдау көнө менән алдаҡсылар ! ))
Бер береңде шаяртып алдауҙың ғәйебе юҡтыр . Әйҙә минең һымаҡ бер ҡатлы ышаныусыларҙы шаяндар төп башына ултыртһындар . Аҙаҡтан көлөп иҫләрлек иҫтәлек булып ҡала барыһы ла .

Автор:Гульдар Кадаева