-5 °С
Болотло
Баҡсағыҙҙа ҡырмыҫҡалар күпме? Бер бәләкәй пакет бор кислотаһы (10 гр), өс йомортҡа һарыһы, ярты балғалаҡ бал йәки ҡуйы ҡайнатма алығыҙ. Барыһын бергә ҡушып, таралып торған масса килеп сыҡҡансы болғатығыҙ. Был массаны ҡапҡаслы бәләкәй банкала һаҡларға була.
Ҡырмыҫҡаларҙан ҡотолоу өсөн әлеге массаны әҙ генә миҡдарҙа ҡырмыҫҡаларҙың юлына (ергә, ағас ботаҡтарына) таратып һалырға ғына кәрәк.
Ҡырмыҫҡалар тиҙ арала юҡҡа сығыр!
Мотал Рәмов.