Бөтә яңылыҡтар
Фекер
1 Апрель , 14:25

ҺАҠЛАҒЫҘ, ЯҠЛАҒЫҘ!

Мин бала табыу йортонда эшләйем. Бөгөн минең тормошомда иң ҡайғылы көн - үкһеп иланым. Сөнки бала тапҡан ҡатынды юғалттыҡ. Тырыштыҡ, ныҡ тырыштыҡ... Шулай ҙа нисек кенә ныҡ тырышһаҡ та, ҡайһы берҙә бөтәһе лә беҙ уйлағанса килеп сыҡмай шул.

ҺАҠЛАҒЫҘ, ЯҠЛАҒЫҘ!
ҺАҠЛАҒЫҘ, ЯҠЛАҒЫҘ!


Лена ( исеме шулай булһын) 14 йыл буйы бала таба алмай! Беҙҙең ярҙамға, мөғжизәгә ышанып, ул беҙҙең үҙәккә килә. Был ханымды бәхетле итер өсөн ЭКО һәм ауырға ҡалыр өсөн башҡа күп кенә ысулдар ҡулланылды. Ниһайәт, Аллаһ уны, фатихалай. ⁣ Ул кистаһы һәм күп миомалары булыуына ҡарамаҫтан, ауырға ҡала. Уның миомаһы әкренләп шиңә һәм барыһы ла яҡшы булыр тигән өмөт тыуҙыра... ⁣ Туғыҙ ай үткәс, Ленаны ире ашығыс рәүештә дауаханаға алып килә. Ҡатын сәғәттәр буйы тырыша... 7 сәғәттән һуң табиптар сабыйҙы әсәһенең эсен ярып алырға кәрәк тигән ҡарарға килә...
Тик Лена был тиклем ауырлыҡты күтәрә алмай, табиптар йәш әсәне юғалта, ә сабыйҙы ҡотҡарып алып ҡалалар. Ҡатын үлер алдынан балаһын ҡулына алып, йылмайып: "Аллаһ бөйөк!", - ти һәм мәңгелек йортона күсә.
Был ауыр ҡайғыны табип ҡатындың иренә үҙе еткерә. Ир аңын юғалтып , иҙәнгә йығыла. Әле генә бәхетле булған ғаиләнең шатлығы ошо урында өҙөлә. Шатлыҡты - ҡайғы алыштыра.

Зинһар, ҡатын-ҡыҙҙарҙы яратығыҙ, һаҡлағыҙ, яҡлағыҙ, ҡәҙерләгеҙ, хөрмәт итегеҙ! Сөнки улар ҡайһы берҙә, көслө заттар күтәрә алмаған ауырлыҡтарҙы күтәреп, тормошҡа йән, йәм, бәхет бүләк итәләр.
Сәләмәт бала табыу өсөн, оҙон айҙар, сәғәттәр буйына ыҙалап, ҡаты ауыртыуҙар аша үтә...
"Аллаһ, был яҙманы уҡыған һәр кемде, бигерәк тә йөклө ҡатындарҙы һаҡлаһын, тип доға ҡылам, зинһар, уларҙы доғаларығыҙҙа иҫкә алығыҙ. Алла бөтә ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы һаҡлаһын, өмөттәрен аҡларға ярҙам итһен!
Был яҙманы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, башҡалар менән уртаҡлашығыҙ, был бик мөһим!

Миләүшә Ғәйфуллинаның битләүенән.

Фото: triptonkosti.ru

Автор:
Читайте нас: