Бөтә яңылыҡтар
Фекер
14 Март , 21:45

ҮҘЕМ ГЕНӘ БЕЛГӘН СЕР

Өс балам менән иремдән айырылғас, барыһы ла мине әрләне. Ата-әсәйем дә, ҡайны-ҡәйнәм дә аңламаны мине. Сөнки аңлатыуы оят ине. Ә минең иремә булған мөхәббәтем бер минут эсендә юҡҡа сыҡты.

ҮҘЕМ ГЕНӘ БЕЛГӘН СЕР
ҮҘЕМ ГЕНӘ БЕЛГӘН СЕР

Өс балам менән иремдән айырылғас, барыһы ла мине әрләне. Ата-әсәйем дә, ҡайны-ҡәйнәм дә аңламаны мине. Сөнки аңлатыуы оят ине. Ә минең иремә булған мөхәббәтем бер минут эсендә юҡҡа сыҡты.
Кейәүгә сыҡҡанда мин тал сыбығындай ҡыҙ инем. Ирем ҡулында ғына йөрөттө. Унан беренсе бала тапҡас, ун биш килограмға арттым. Икенсе баланан һуң тағы ла һимерҙем. Өсөнсө улыбыҙҙы тапҡандан һуң мин 100 килограмды үткән инем.
Кескәй балаларҙың мыжыуы менән иремдең үҙемдән һыуынғанын аңламаным, һиҙмәнем. Унан күптән бергә йоҡламауыбыҙҙы аңланым. Иремә был хаҡта әйткәс: “Ғәфү ит, әммә һин үҙеңде көҙгөгә ҡарайһыңмы ул? Миңә бит һомғолдар ғына оҡшай. Мин һиңә өйләнгәндә һин иҫ киткес инең бит”,-тине.
Ирем яныма карауатҡа ҡайтманы. Был миңә стресс булды. Әммә шул көндән илай-илай ябыға башланым. Тик емеш-йәшелсә, бутҡа ашаным, ҡапыл түҙмәй ашаһам, көслө стресс кисереп төнө буйы илар инем. Шул саҡта иремдең яныма килеп сәсемдән һыйпап, барыһы яҡшы буласағын, йыуатҡанын теләй инем. Әммә ул миңә әйләнеп тә ҡараманы. Физик эште күп итеп эшләнем, туҡтауһыҙ йөрөнөм, йүгерҙем. Һөҙөмтәлә 40 килограмдан ашыу ауырлыҡты ташланым. Минең һомғоллана башлағанымды күреп иремдең ныҡ ҡыуанғанын күрә инем. Үлсәгес минең 59 килограмм икәнлекте күрһәткәс, айырылышырға ғариза бирҙем. Ирем аптырап ҡалды, туғандар ҙа. Ирем эш нимәлә икәнен һиҙенеп ғәфү үтенгән була, ә мин уны хәҙер күрә алмайым. Бөгөн уға минең һимеҙ булыуым оҡшамай. Ә тормошта ниндәй генә хәлдәр булмай! Ҡапыл бер аяғымды юғалтһам: “Ғәфү ит, миңә ике аяҡлылар оҡшай”,- тип ташлаясаҡмы мине? Йәки күҙһеҙ ҡалһам, ҡулһыҙ?
Айырылыуымдың сәбәбе шул – иремә ышанысты тулыһынса юғалттым. Һыуындым. Күргем дә килмәй.

 

Сығанаҡ: Башдонъя.

 

Фото: ulovist.ru

Автор: