АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
16 Февраль , 15:15

АРТЫҠ ӘПӘҮЛӘМӘЙБЕҘМЕ?

Ҡалаларҙа мәктәпкә төкәлеп ятҡан йорттарҙан балаларҙың уҡырға килмәүе сәйерерәк түгелме икән? Ҡайһы саҡ үтә әпәүләп ташламайбыҙмы? Мәҫәлән, кисә, бөгөн бер аҙ һыуытты, әммә машиналар, автобустар йөрөп тора. Ата-әсә һәр хәлдә эшкә сыға. Ә ниңәлер балалар һаны мәктәптәрҙә ошо көндәрҙә аҙайған. Һыуыҡҡа һылтанғандар икән…

АРТЫҠ ӘПӘҮЛӘМӘЙБЕҘМЕ?
АРТЫҠ ӘПӘҮЛӘМӘЙБЕҘМЕ?

Инәй-олатайҙарҙың бала саҡта күрше ауылдарға бер нисә саҡырым юл үтеп, мәктәпкә барыуҙарын йыш ишетәбеҙ. Ул саҡта йүнле кейем дә булмаған бит әле. Хәҙерге көпө салбарҙар, йылы курткалар булһа, бик ҡыуанырҙар ине, моғайын. Хәҙер кейемдәр ҙә, мәктәптәр ҙә йылы. Уҡыусыларға йылы ашын да биреп торалар, махсус автобустар ҙа бар. Ярай, үтә һыуыҡ булып, машинаны йә автобусты ҡабыҙып булмаһа, юлдарға көрт һалып, уна таҙартып өлгөрмәһәләр, ауыл балалары мәктәпкә бармауы һорау уятмай. Ә бына ҡалаларҙа мәктәпкә төкәлеп ятҡан йорттарҙан балаларҙың уҡырға килмәүе сәйерерәк түгелме икән? Ҡайһы саҡ үтә әпәүләп ташламайбыҙмы? Мәҫәлән, кисә, бөгөн бер аҙ һыуытты, әммә машиналар, автобустар йөрөп тора. Ата-әсә һәр хәлдә эшкә сыға. Ә ниңәлер балалар һаны мәктәптәрҙә ошо көндәрҙә аҙайған. Һыуыҡҡа һылтанғандар икән…

Тағы шуныһы ҡыҙыҡ: -25 градустан түбәнәйһә, башланғыс класс уҡыусылары мәктәпкә бармаһа ла була. Рөхсәт ителә. Ә ата-әсә эшләй икән, теләйме-теләмәйме, мәктәпкәсә йәштәге балаһын балалар баҡсаһына алып бара… Тимәк, 3-6 йәшлек бала һыуыҡта сыға, 7-10 йәшлек сыҡмай.

 

Дөрөҫмө был? Кем нисек уйлай?

 

Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан: fishki.net

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: