Бөтә яңылыҡтар
Фекер
15 Февраль , 10:15

ҠАТЫН-ҠЫҘҒА ЯҢҒЫҘ ҠАЛЫРҒА ЯРАМАЙ

Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарға тап ҡыҙҙарҙы тәрбиәләү өлкәһендә эшләйһе эштәре күп. Сөнки дөрөҫ тәрбиәләмәйбеҙ. Миҫал өсөн, миңә атайым да, әсәйем дә: “Уҡы, кейәүгә сығып ҡуйма, ҡара уны”, – тип тыҡып торҙо. Уҡыған ереңдә үҙеңә тиң йәш егетте күҙләп йөрө, тимәнеләр. Юлыңда осраған һәр кем менән сыуалыу, тигәнде аңлатмай был, әлбиттә. Әммә тап студент йылдарында үҙеңә иш эҙләп таба белеү зарур.

ҠАТЫН-ҠЫҘҒА ЯҢҒЫҘ ҠАЛЫРҒА ЯРАМАЙ
ҠАТЫН-ҠЫҘҒА ЯҢҒЫҘ ҠАЛЫРҒА ЯРАМАЙ

Фирҙәүес Хисаметдинованың кейәүгә сыҡмаған ҡатын-ҡыҙҙарға кәңәше:

 

--Мин, ғәҙәттә, килендәремә кәңәш бирер булһам, ҡәйнә һүҙе итеп түгел, ә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең ағзаһы һүҙҙәре тип ҡабул ҡылығыҙ, тим. Әле лә, рөхсәт итһәгеҙ, ошо сифатымда яуап бирәм.
Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарға тап ҡыҙҙарҙы тәрбиәләү өлкәһендә эшләйһе эштәре күп. Сөнки дөрөҫ тәрбиәләмәйбеҙ. Миҫал өсөн, миңә атайым да, әсәйем дә: “Уҡы, кейәүгә сығып ҡуйма, ҡара уны”, – тип тыҡып торҙо. Уҡыған ереңдә үҙеңә тиң йәш егетте күҙләп йөрө, тимәнеләр. Юлыңда осраған һәр кем менән сыуалыу, тигәнде аңлатмай был, әлбиттә. Әммә тап студент йылдарында үҙеңә иш эҙләп таба белеү зарур.
Шул йәрҙе ҡаратып алыу өсөн ҡыҙҙарға бер нисә сифат кәрәк: һығылмалы холоҡло, яҡты йөҙлө булыу, һөйгәнеңдән аҡыллыраҡ икәнеңде тойһаң да, үҙеңде өҫтөн ҡуймау. Ҡатын-ҡыҙға бер аҙ хәйлә лә ҡамасауламаҫ ине. Әсәйеңдәр һиңә быны бирә алмаған икән, был сифаттарҙы үҙең тәрбиәләргә, үҫтерергә тейешһең. Йәмғиәттең үҙгәреп китерен улар белмәгән бит.
Ошо уңайҙан, лаҡап иҫкә төштө. Бер яҙыусы ағайҙың бер нисә ҡатыны булған. Шунан, ҡайһы райондан ҡатын алайыҡ, тип һорайҙар икән унан. “Баймаҡ ҡатындары ирҙәрен әҙәмгә һанамай, әбйәлилдекеләргә ир бөтөнләй кәрәкмәй, эштән башҡа бер ни күрмәйҙәр, учалыларға уйын-көлкө генә булһын, бөрйәндәр бигерәк хәйләкәр”, – ти икән. Мәҙәге – мәҙәк, әммә уйлап ҡараһаң, дөрөҫлөгө лә бар һымаҡ. Ир-егеттәр биргән ҡылыҡһырламаларҙан сығып, ҡатын-ҡыҙҙы тәрбиәләүҙең боронғо ысулдарын өйрәнеп, ата-әсәләр өсөн ҡулланма эшләргә кәрәктер, тип иҫәпләйем.
Ҡыҙҙарыбыҙ ҡырыҫ беҙҙең. Үҙгәртергә кәрәк шул холоҡто. Шәхси хатам аша белгән тормош һабағы менән бүлешкем килә. Аталары менән аралашып торһалар ҙа, малайҙарымды яңғыҙым тәрбиәләнем тиергә була, ирем менән айырылыштыҡ. Бергә йәшәгән саҡта Ғаязға минең менән ҡыйын булғандыр тип уйлайым. Үҙемдең етәкселегемде ғаилә тормошонда ла күрһәткәнмендер инде. Ул бик яҡшы кеше, атай. Әммә арабыҙҙағы айырманы ауыр ҡабул итте. Ир-егеттәрҙең аңына тыумыштан “ғаилә башлығы, ҡурсалаусыһы булырға тейеш” тигән төшөнсә һалынған. Киреһенсә килеп сыға икән, ҡатын-ҡыҙ быны белдермәҫкә тейеш. Уны ҡыҙ балаға бәләкәй саҡтан уҡ әсәһе үҙ миҫалында күрһәтергә тейеш. Беҙҙә тәрбиә башҡаса ине. Атайым: “Минең ҡыҙҙарым ун егеткә торорлоҡ!” тип ҡупая торғайны. Хатта игеҙ бала тапҡас: “Бына күрәһегеҙме, минең ҡыҙым игеҙ малай тапҡан! Шәп тә инде ҡыҙым!” – тине. Кейәүен хуплап бер һүҙ әйтһәсе! Әйтерһең, уның ҡыҫылышы булмаған.

 

Сығанаҡ: социаль селтәрҙән алынды.

Автор:Резеда Валиева