АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
11 Февраль , 22:05

Ҡайҙа булыр тиһең?!

Нимә эргәлә, нимә ҡул аҫтында, шул мәңге эргәлә булыр һымаҡ. Шуға ла уны барып күрергә, йәки хәл белешергә ҡабаланып бармайҙар. Ярар, бер мәл инермен әле, күрермен әле, ҡасып китмәҫ, моғайын?! Ҡайҙа китер, тиһең?! Китә шул. Мәңге эргәлә булған нәмәнең бер мәл юҡҡа сығыуы ихтимал. Йылға ла, диңгеҙ ҙә, мөһабәт һарайҙар ҙа, кеше лә. Беҙҙең дә юҡҡа сығыуыбыҙ ихтимал. Юҡлыҡ – ул да эргәлә. Ике аҙымда ғына. Әммә был хаҡта нисектер уйланмайбыҙ.

Ҡайҙа булыр тиһең?!
Ҡайҙа булыр тиһең?!

Кешеләр эргәлә генә торған нәмәләрҙе күрергә ашыҡмай. Тәбиғәт ҡомартҡыһы, мөһабәт һарай, мәҫәлән, ул эргәлә генә, әлегә уны барып күрергә теләк юҡ. Барырбыҙ, күрербеҙ әле, ул эргәлә бит.

Эргәләге йылғаға, диңгеҙгә бармайҙар, сөнки ул эргәлә. Ике аҙым алыҫлыҡта ғына. Шуға ла уға барырға ашыҡмайҙар.

Яҡшы кешегә лә инә һалып бармайҙар. Ул янда бит. Теләгән ваҡытта шылтыратырға йәки яҙып хәлен һорашырға була. Шуға ла шылтыратмайҙар ҙа, яҙмайҙар ҙа.

Нимә эргәлә, нимә ҡул аҫтында, шул мәңге эргәлә булыр һымаҡ. Шуға ла уны барып күрергә, йәки хәл белешергә ҡабаланып бармайҙар. Ярар, бер мәл инермен әле, күрермен әле, ҡасып китмәҫ, моғайын?! Ҡайҙа китер, тиһең?!

Китә шул. Мәңге эргәлә булған нәмәнең бер мәл юҡҡа сығыуы ихтимал. Йылға ла, диңгеҙ ҙә, мөһабәт һарайҙар ҙа, кеше лә. Беҙҙең дә юҡҡа сығыуыбыҙ ихтимал.

Юҡлыҡ – ул да эргәлә. Ике аҙымда ғына. Әммә был хаҡта нисектер уйланмайбыҙ.

Эргәңдәге, яныңдағы бөтә нәмәнең дә, бөтә кешенең дә ҡәҙерен белергә кәрәк. Һәм йышыраҡ осрашырға, күрешергә кәрәк. Һоҡланырға кәрәк. Аралашырға, һөйләшергә кәрәк.

Кешенең ҡарашы шулай: ул эскә йәки алыҫҡа төбәлә. Эргәләген күрмәй. Эргәләге кешеләрҙе лә күрмәй. Беҙгә эргәләге нәмәләргә, кешеләргә ҡарап, ҡыуанырға кәрәк. Әлегә улар эргәлә булғанда...

Анна Кирьянова.

Гөлдәр Ҡадаева тәржемәһе.

Автор:Гульдар Кадаева