Ир-егеттәргә ҡайҙа ихтирам? Уларҙың абруйын иң беренсе беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, үҫтерергә тейешбеҙҙер, бәлки? Эйе, бөгөн гүзәл заттар: “Уны нишләп мин тәрбиәләп үҙгәртергә тейеш? Әсәһе тәрбиәләһен”,--ти. Ярай, ата-әсәһе ул ирҙе үткен, үҙ һүҙле, ҡыйыу итеп үҫтермәгән дә ти. Әммә һин уға кейәүгә сыҡҡанһың икән, бәлки, улыңды, ҡыҙыңды дөрөҫ тәрбиәләү өсөн генә лә иреңде ысын ғаилә хужаһы итеп күрһәтә белергә кәрәктер? Балаларың ғаиләлә, тормошта ир абруйлыраҡ икәнен үҙ күҙҙәре менән күреп, тойоп үҫһәләр, бәлки, киләсәктә улдарыбыҙ – ир, ҡыҙҙарыбыҙ – ҡатын ролендә ҡалып, яйлап-яйлап матриархатты сигендерербеҙ? Кем нисек уйлай?
Был ҡыҫҡа ғына уйланыу булды. Төпкә төшөп, анализлап яҙа башлаһаң, ысылап та, матриархаттың кире яҡтары күп бит. Ҡатын-ҡыҙ бар тормош йөгөн үҙенә алған. Ошонан айырылыуҙар китә, ғаилә институты емерелә, балалар тулы булмаған ғаиләлә үҫә, ирҙәр эскегә һалыша… Етәксе, эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар күбәйә...
Ирҙәргә яуаплылыҡты нисек йөкмәтергә? Нисек?
фото: psiola-center.ru