Бөтә яңылыҡтар
Фекер
31 Ғинуар , 20:45

Ике йөрәк

Кешенең рухи йөрәген хыянат, ғәҙелһеҙлек, аңлашылмаусанлыҡ, кире ҡағыу һәм башҡалар аша яралаһа, тән эсендәге йөрәк ауырта. Хатта ҡай саҡ тибеүҙән туҡтай. Тән йәрәхәте булмағанда ла йөрәк сыҙамай. Күңел яраһы һәм йөрәк ауыртыуы рухи йөрәктең яраланыуына илтә.

Ике йөрәк
Ике йөрәк

Кешенең ике йөрәге бар. Ҡан ҡыуыусы тәндәге йөрәк һәм күҙгә күренмәгән күңел йөрәге. Иң башта күңел йөрәге бирелә. Шул йөрәк тәндәге йөрәкте тибергә мәжбүр итә лә инде.

Күңел йөрәгенә аң-белем фекерләү аша килмәй. Унда мөхәббәт һәм илһам. Беҙ был йөрәк аша аңды һәм юғары аңды аңлайбыҙ.

Кешенең рухи йөрәген хыянат, ғәҙелһеҙлек, аңлашылмаусанлыҡ, кире ҡағыу һәм башҡалар аша яралаһалар, тән эсендәге йөрәк ауырта. Хатта ҡай саҡ тибеүҙән туҡтай. Тән йәрәхәте булмағанда ла йөрәк сыҙамай.

Күңел яраһы һәм йөрәк ауыртыуы рухи йөрәктең яраланыуына ишара. Элекке заман философтары-диндарҙар шулай тип яҙған.

Анна Кирьянова

Автор:Гульдар Кадаева