Бөтә яңылыҡтар
Фекер
30 Ғинуар , 11:10

АРБА ВАТЫЛҺА - УТЫН

Арба ватылһа - утын, тигән әйтемде кем нисек аңлай? Ул ялҡау кешегә генә әйтеләме? Кем нисек уйлай?

АРБА ВАТЫЛҺА - УТЫН
АРБА ВАТЫЛҺА - УТЫН

ПСИХОЛОГ ӘЛМИРА ИСХАҠОВА БЫЛАЙ ФЕКЕР БЕЛДЕРӘ:


"Арба ватылһа - утын, үгеҙ үлһә - ит" тигәнде күптәребеҙ ишетеп беләбеҙ. Ҡайһы берҙәберебеҙ йәшәйешендә ҡуллана был әйтемде. Ҡағиҙә булараҡ, был һүҙҙәрҙе бары бер юҫыҡҡа ғына ҡағылдарыбыҙ. Әммә....
Был ысынлап та шулаймы икән?
Бер нисә тапҡыр ҡабатлаһаң, уйлаһаң, тапалған мәғәнәһе юйылғандай була бит? Бәлки, был һүҙҙәр эт ялҡауы тураһында түгелдер? Бәлки, һүҙҙәр рухи көслө, ихтыярлы кеше тураһындалыр? "Арба" ватылды, төҙәтеп булмай, ни эшләргә, ни өсөн, кем ҡарғаны, кемдең үсе төштө, тип илауламаған кеше тураһындалыр, ә? "Ватылған арба утынға яраны ла ҡуйҙы", тип килеп сыҡҡан проблеманы олоғарайтмай, күңел тыныслығын һаҡлап, боҙолғандың нимәгәлер эшкенеүен күрә алыусы кеше тураһындалыыр, бәлки, был әтйем?
Әлбиттә, АРБА һүҙе аҫтына төрлө проблемаларҙы ҡуйып ҡарап була. Был бары һинең фекерләү ҡеүәһенә генә бәйле.
✅ Боҙолған "арбаларҙы" кире әтмәләйем, төҙәтәм, ялғайым, тип өҙгөләнмәү һыҙланыуҙарһыҙ йәшәүгә ярҙам итеү тураһындалыр ул был мәҡәл. Бының өсөн бары тик арбаның боҙолоуын асыҡ аңларға, айыҡ аҡыл менән ҡабул итеү ҙә етә. Шулай бит?

 

Фото:triptonkosti.ru

Автор:Резеда Валиева