Имтихан бирә алмауҙан, уҡыу йортона инә алмауҙан, ата-әсәнең ғорурлығы булыуҙан туҡтауҙан ҡурҡабыҙ.
Сәсте буярға ҡурҡабыҙ.
Нимәлер эшләргә теләп тә, кеше һүҙенән ҡурҡабыҙ.
Урамда матур көй ишетһәк, бейергә ҡурҡабыҙ.
Кемделер “үтә текә” күреп, танышырға ҡурҡабыҙ.
Ниндәйҙер ғәҙәти булмаған кейемде алырға ҡурҡабыҙ, унан уны кейергә ҡурҡабыҙ, унан бысратырға ҡурҡабыҙ.
Яңы коллективҡа инеп китергә ҡурҡабыҙ.
Оҡшамай ҡуйырбыҙ тип ҡурҡабыҙ.
Үҙебеҙ артыҡ торт киҫәге биреүҙән ҡурҡабыҙ.
Ҡашты яман буяуҙан ҡурҡабыҙ
Йәмәғәт транспортында илап ебреүҙән ҡурҡабыҙ.
Кешеләргә ижади эшебеҙҙе күрһәтергә ҡурҡабыҙ.
Фотола яман сығыуҙан ҡурҡабыҙ.
Ямғыр аҫтында ҡалыуҙан ҡурҡабыҙ.
Хаталаныуҙан ҡурҡабыҙ.
Асылыуҙан ҡурҡабыҙ.
Үбергә, ҡосаҡларға, рәхмәт әйтергә ҡурҡабыҙ.
Ҡысҡырып көлөргә ҡурҡабыҙ.
Көсһөҙлөгөбөҙҙө күрһәтергә ҡурҡабыҙ.
Яратмай ҡуйырҙар, яратыуҙан туҡтарҙар тип ҡурҡабыҙ.
Беҙҙе яратҡан кешене башҡа осратмаҫбыҙ тип ҡурҡабыҙ...
Гелән ниҙәндер ҡурҡабыҙ...
Иҫәр генә бер бала булып күренеүҙән ҡурҡабыҙ. Әммә беҙ шулай ҡурҡып, үҙебеҙҙе ниндәйҙер рамкаларға тығып йәшәүебеҙ менән киреһенсә иҫәрбеҙ.
Шуны белһәк ине: беҙ әлегеләй йәштә башҡаса була алмайбыҙ. Ғүмер ҡыҫҡа. Йәшәгеҙ!