АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
19 Ғинуар 2024, 11:45

Ғәҙеллек

Муса пәйғәмбәр Раббыһына мөрәжәғәт иткән: --Аллам, ғәҙеллегеңде һәм дөрөҫ хөкөмөңдө күрһәт. Аллаһы Тәғәлә былай тигән: --О, Муса, һин етди һәм ҡыйыу кеше лә уға түҙә алмаҫһың. --Һинең ярҙам менән түҙермен. --Улайһа бер шишмә тап та шуның ҡаршыһына барып йәшенеп тор һәм минең бөйөклөгөмдө күҙәт. Муса бер тауҙың артына барып йәшенә. Бына бер һыбайлы күренә. Ул атынан төшөп шишмә һыуында ҡул-битен йыуа, унан һыу эсә. Намаҙ уҡыр алдынан билбауын бушатып, ундағы янсығын ситкә һалып тора. Намаҙын уҡып бөткәс кире атына ултырып китеп бара. Аҡса һалынған янсығын онотоп китә.

ҒәҙеллекҒәҙеллек
Ғәҙеллек

Муса пәйғәмбәр Раббыһына мөрәжәғәт иткән:

--Аллам, ғәҙеллегеңде һәм дөрөҫ хөкөмөңдө күрһәт.

Аллаһы Тәғәлә былай тигән:

--О, Муса, һин етди һәм ҡыйыу кеше лә уға түҙә алмаҫһың.

--Һинең ярҙам менән түҙермен.

--Улайһа бер шишмә тап та шуның ҡаршыһына барып йәшенеп тор һәм минең бөйөклөгөмдө күҙәт.

Муса бер тауҙың артына барып йәшенә. Бына бер һыбайлы күренә. Ул атынан төшөп шишмә һыуында ҡул-битен йыуа, унан һыу эсә. Намаҙ уҡыр алдынан билбауын бушатып, ундағы янсығын ситкә һалып тора. Намаҙын уҡып бөткәс кире атына ултырып китеп бара. Аҡса һалынған янсығын онотоп китә. Унан бер малай килә. Ул һыу эсә лә, янсыҡты алып китә. Бер аҙҙан һуҡыр ҡарт килә. Һыуһынын ҡандырып алғас, намаҙ уҡырға керешә. Шул саҡ теге һыбайлы килеп сыға.

--Мин бында аҡсалы янсығымды онотоп киткәйнем,--ти һыбайлы.

Һуҡыр ҡарт бер нәмә лә күрмәүен белдерә.

Һыбайлы: “Бында һинән башҡа бер кем юҡ”,--тип асыуланып ҡылысы менән ҡартҡа ташлана һәм бабайҙы үлтереп китеп бара.

Быларҙы күҙәтеп торған Муса:

--Раббым, башҡа түҙер әмәлем ҡалманы. Һин бит ғәҙел, ә ниңә бындай хәлдәр бара?—тип һорауын бирә.

Шул саҡ күктән бер фәрештә төшөп барыһын да аңлата:

--Бар нәмәне яралтҡан Раббыбыҙ беҙ белмәгән серҙәрҙе лә белә. Янсыҡты алған малайҙың атаһы ҡасандыр һыбайлыла эшләне. Тик һыбайлы уға хеҙмәте өсөн хаҡ түләмәне. Малайҙың атаһы үлеп китте. Бына бөгөн малай атаһының эше өсөн тейешле хаҡты алды. Ә теге һуҡыр ҡарт һуҡрайғанға тиклем һыбайлының атаһын үлтерҙе. Һыбайлы әле уға үсен ҡайтарҙы. Шулай: һәр кем үҙенә тейешлене алды. Күреүеңсә, беҙҙең ғәҙеллек һәм хөкөм бик дөрөҫ.

Был яуапты ишеткән Муса Аллаһы Тәғәләнән ғәфү үтенгән.

 

фото интернеттан.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас