Осраҡлы ғына рәүештә тире оҫтаханаһының рекламаһына юлыҡтым: иҫке тундарҙан яңыларын тегәләр икән. Фотолар ҙа бар – яңыртып теккәнгә ҡәҙәр һәм яңыһы.
Ысынлап та, бөтөнләй икенсе тун килеп сыға. Төймәһе тамаҡ тирәһенә ҡәҙәр эленгән оҙон тундан, ҡыҫҡа, төймәһеҙ элегантлы кейем хасил булған.
Әммә был күңелде күтәрмәй. Сөнки ул тун моданан сыҡҡан, тиреһенең йөнө ҡойолған. Иҫкене нисек кенә яңыртырға маташһаң да иҫке инде ул. Модалы беселеүе уның йолҡошлоғон тағы ла йолҡошлата, ышҡылған ерен тағы ла ялтырата.
Тире тундар күптән моданан сыҡты. Төҫө уңған тирене нисек кенә бесеп, икенсе төрлө итеп текһәң дә, тиреһе шул килеш ҡала. Тунды яңыртыуға түккән аҡсаға үҙе еңел, үҙе уңайлы пуховик алып кейергә була.
Ҡайһы бер әйберҙәрҙе һүтеп кире тегеүҙән, йүнәтеүҙән фәтеүә юҡ. Хатта улар заманында ҡыйбат һәм матур булһалар ҙа.
Мөнәсәбәттәр менән дә шулай уҡ. Эш менән дә. Хатта тышҡы ҡиәфәтең менән дә. Шундай мәл етә, нимәнелер төҙәтеү, йүнәтеүҙән мәғәнә булмай. Һөҙөмтәһе ҡыуандырмаясаҡ.
Башҡа нәмә эҙләр кәрәк. Һәм үҙеңә лә үҙгәрергә, икенсе төрлө булырға кәрәк. Иҫкегә йәбешеп ятмағыҙ, етмәһә унда тотонорлоҡ бер нәмә лә булмаһа...
©️Анна Кирьянова
Гөлдәр Ҡадаева тәржемәһе
фото интернеттан