1.Тормошта ирекле бейеү менән өрөлөгөҙ. Әгәр ҙур хыялығыҙ бар икән, уға бөтә булмышығыҙ менән ынтылығыҙ. Әммә һығылмалы һәм хәрәкәтсән булыр өсөн, яғымлы булығыҙ һәм билдәле арауыҡты тотоғоҙ, ғүмерҙең алышынып торған ритмына көйләнегеҙ.
2.Ни тиклем күп бирһәң, шул тиклем күберәк алырһығыҙ. Аҡылығыҙ, һөйөүегеҙ, талантығыҙ менән бүлешегеҙ. Еңел генә бүлешегеҙ. Шул ваҡытта тормошта ни тиклем яҡшылыҡ үҙегеҙгә кире әйләнеп ҡайтыуын күрерһегеҙ.
3.Иң мөһиме үҙегеҙҙе таратып ташламағыҙ. Әгәр эске һауытығыҙ бушаһа, бирергә нәмә ҡалмаясаҡ. Балансты һаҡлау мөһим.
4.Күҙегеҙҙә осҡондар барлыҡҡа килтерә алған һәр нәмәгә ”Эйе!” тип әйтегеҙ. Һеҙгә ҡыҙыҡ булмаған, ваҡытығыҙ етмәгән нәмәләргә “юҡ” тип әйтә белегеҙ.
Ваҡыт – кире тергеҙеп булмай торған иң ҡиммәтле ресурс. Уны аҡыл менән файҙаланығыҙ.