АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
18 Декабрь 2023, 08:55

Сығып киткән кешене кире ҡайтатырғамы?

Ирең менән һүҙгә килешеүҙең, бер-береңде битәрләп, талашып йәшәүҙең эҙемтәләре яҡшы түгел. Эш айырылышыуға барып етһә, бигерәк тә. “Ирем ташлап сығып китте. Айырылыштыҡ. Нисек кире ҡайтарырға? Кире ҡайтарыр өсөн миңә нимә эшләргә?..” Ҡатын үҙен бер кемгә лә кәрәкмәгән кеше, ярға сығарып ташланған балыҡ кеүек тоя. Уйлап ҡына әйтегеҙ әле: ҡорған донъяһын емереп, балаларын етем итеп, ғаиләһен ташлап сығып киткән, һеҙҙән баш тартҡан ир һеҙгә кәрәкме? “Мин уны яратам, унһыҙ йәшәй алмайым...” – тиерһегеҙ.

Сығып киткән кешене кире ҡайтатырғамы?Сығып киткән кешене кире ҡайтатырғамы?
Сығып киткән кешене кире ҡайтатырғамы?

Бик теләгәндә кире ҡайтарырға ла булалыр. Әммә һеҙҙән баш тартҡан кешене кире ҡайтарып, бәхетле булып булырмы? Ниндәй тормош көтә һеҙҙе? Көсләп ҡайтарып алғас, һеҙ үҙегеҙҙе тағы ла нығыраҡ ғәйепле тоясаҡһығыҙ, ә ул, минән башҡа ҡайҙа бараһың һин, кемгә кәрәкһең, тип, үҙен еңеүсе ҡиәфәтендә тотасаҡ, һеҙҙе артабан да баҫасаҡ, һанламаясаҡ.
Ватылған стаканды ни тиклем оҫта йәбештерһәң дә, барыбер йөйө ҡалған кеүек, ир менән ҡатын мөнәсәбәттәре лә, айырылышыуға барып еткәс, эҙһеҙһеҙ генә йәбешмәйәсәк. Хатта һөйләшеп-аңлашҡан кеүек булһағыҙ ҙа, ирегеҙ кире ҡайтһа ла...
Кеше йыйынып сығып киткән икән, ул был турала алдан уйлаған. Был, берәй нәмәгә талашҡандан һуң йәне көйөп ишекте шап ябып сығып китеп, һыуынғас, ҡайтып инеү түгел. Ул һеҙҙән баш тартҡан. Эйе, был йөрәккә бысаҡ ҡаҙауға тиң. Шулай ҙа, нисек кенә ҡыйын булмаһын, быны ҡабул итергә кәрәк. Үлгәнде терелтеп маташыу файҙаһыҙ эш.
Айырылышып, яңынан ҡауышҡан осраҡтар ҙа була. Әлбиттә. Әммә был йәбештерелгән ярсыҡтар “оҙаҡ хеҙмәт итһен” өсөн байтаҡ ваҡыт үтеүе кәрәк. Һәм киткән кешенең барыһын да бар күңеленән аңлауы, тәүбәгә килеүе һәм кире ҡайтыр өсөн үҙенең тырышлыҡ һалыуы мөһим.
Юҡ икән, кәмһенмәгеҙ, үҙегеҙҙе бөтөрмәгеҙ. Илап алығыҙ. Үткәнде хәтерләтеп торған нәмәләрҙән ҡотолоғоҙ. Социаль селтәрҙәрҙә уның тураһында ниҙер белергә теләп соҡонмағыҙ. Үҙегеҙҙән ебәрегеҙ. Үҙегеҙҙән ебәрер өсөн төрлө техникалар ҙа бар. Улай еңелерәк тә.
Тамамланырға тейеш тарих ваҡытында тамамланырға тейеш. Был үҙегеҙгә алырға тейешле һабаҡты алып, киләсәк яҡшыраҡ булһын өсөн кәрәк. Ғәҙәттә, киләсәк - үткәндән һәр ваҡыт яҡшыраҡ. Иң мөһиме, һаман үткәндәргә йәбешеп, киләсәккә аяҡ салмағыҙ...

Гөлнара Мостафина.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас