АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
14 Декабрь 2023, 16:05

КЕМ УЛ ЗАМАН ГЕРОЙЫ?

Өлкәндәрҙең дә зауығы үҙгәрә бара бит. Социаль селтәрҙә “шаҡы-шоҡо ҡуяһығыҙ”, “нимәгә бер туҡтауһыҙ эшкинмәгән әртистәрҙең тормошон яҙаһығыҙ”, “нимә тағы шул “майикмәк тә, хужабикә” отписка!” тип һөйләнә күптәр гәзит-журналдарҙың битләүендә. Әммә тәҡдимде ихтыяж тыуҙырыуын онотмайыҡ. Берәй ысынлап файҙалы булырҙай нәмә яҙһалар, күбеһе ләм-мим. Хужабикәне лә, Майикмәкте лә хатта яратып тикшерәһегеҙ. Тимәк, һеҙгә шундайыраҡ тема кәрәк һәм танһыҡ. Бөйөк нәмәләр тураһында һирәктәр генә фекер йөрөтөргә әҙер. Үҙегеҙ әйткәнсә, шаҡы-шоҡо тирәһендә урала күптәр.

КЕМ УЛ ЗАМАН ГЕРОЙЫ?КЕМ УЛ ЗАМАН ГЕРОЙЫ?
КЕМ УЛ ЗАМАН ГЕРОЙЫ?


Әллә ниндәй болғансыҡ заманда йәшәйбеҙ. Яҡшыһы яманы баш түбән әйләнгән, ҡиммәттәр буталған. Ҡурҡыныс ваҡиғалар шауҡымында алйып, аңыңды йыйып өлгөрмәйһең, тағы ла ҡурҡынысырағы башлана. Ошо афәтле заманда ҡиммәттәр ҙә үҙгәрә. Әҙәм балаһы бәғерһеҙ, шаҡы-шоҡо яратҡан бер затҡа әйләнеп бара. Әллә заманы шуны талап итәме?

Ер йөҙөндә кеше күп. Әммә кешелеклелек юғала. Медицина көсәйә. Ләкин ауырыуҙар кәмемәй. Уйламаған, быға тиклем ишетелмәгән сирҙәр заман афәтенә әйләнә. Дауаханаға барып эләкһәң, аҡсаң булмаһа, кешелеклелеккә өмөт тә итмә. Кеше ғүмере ҡиммәтен юғалта. Аҡса йәндәрҙе биләй, тәнеңде лә имләй... Хәйер, һүҙем медицина тураһында ла, аҡса хаҡында ла түгел ине ул.

Кешелек сифаттары һәм заман геройҙары ине бит әле уйланырға мәжбүр иткәндәр. Донъяның әсеһен-сөсөһөн татып, күререн күргән өлкәнерәк быуын вәкилдәре нисек тә йәшәр ул. Әммә психикаһы нығынып бөтмәгән үҫмер балалар борсой. Кем һуң улар өсөн заман геройы? Күбеһенсә мәҙәниәтһеҙлекте, аҙғынлыҡты алға сығарған блогерҙар. Иң ҡурҡынысы - йәмғиәттән ситләтелгән, үҙ-үҙен тапмаған хулиган малайҙар ҡыҙҙар өсөн үҙенә күрә бер геройға әйләнә.

Ике йылдан ашыу элек күрше республикала булған тетрәндергес ваҡиғаны барығыҙ ҙа иҫләйһегеҙҙер. Баш ҡаланың гимназияларының береһендә йәш кенә егет 9 кешенең ғүмерен өҙҙө. Америкалағы Колумбайн тарихын Рәсәйҙә ҡабатлап маташыусы бер ул ғына түгел, үкенескә. Иң борсолдорғаны ана шул енәйәтселәрҙең аҙаҡ үҫмер ҡыҙҙар өсөн ниндәйҙер кимәлдә геройға әйләнеүе. Ҡыҙ балалар уларҙы бөйөк әһелдәргә тиңләп, һоҡланып ниндәй генә матур һүҙҙәр яҙманы, роликтар эшләмәне социаль селтәрҙәрҙә. Уларға ғашиҡ булып ҡына ҡалманылар, эшләгән енәйәттәрен дә аҡлап, бар нәмәлә йәмғиәтте лә ғәйепләнеләр.

Әле килеп “Слово пацана” тигән сериал популяр булып китте. Һәр тишектән, һәр үтектән тиерлек шуны һөйләйҙәр. Ҡарамаһаң да, йөкмәткеһен яҡынса сырамытырға була шуға күрә. Һүҙем фильм сифаты, актерҙар тураһында түгел. Ана шул сериалдағы персонаждарҙың әлегә лә баяғы үҫмер ҡыҙҙар өсөн һоҡланыу объектына әйләнә барыуы күңелде ҡыра. Малайҙар иһә уларҙы герой итеп ҡабул итә, күрәһең. Тегендә-бында малай-шалайҙың төркөмләп һуғышыуы тураһында һүҙ ҙә сыға башланы.

Сериалда һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың шаһиты булғандар барыһын да ҡурҡыныс төш кеүек кенә оноторға теләһә, нығынып етмәгән йәш быуын бында ниндәйҙер романтика күрә. Бала тәрбиәне ғаилә эсендә ала, бөтә нәмә ата-әсәнән тора тиер ҡайһы берәүҙәр. Нисек кенә булмаһын, уларға барыбер ҙә интернет та, йәмғиәт тә ныҡ йоғонто яһай. Фильмдарҙағы персонаждарҙың, теләһә ниндәй блогерҙарҙың ҡылыҡ-фиғелен яйлап булһа ла һеңдерә баралар.

Ир балаларҙың тырнаҡ үҫтереп, сәс буяп йөрөүселәргә ҡарағанда, спорт менән шөғөлләнгән, һуғышып та киткән егеттәрҙән өлгө алыуы яҡшыраҡ, тип фекер йөрөтөүселәр ҙә бар. Һыланып-һыйпанып йөрөү ир-егетлек булмаған кеүек үк, бер ҙә юҡҡа ғәйепһеҙҙәрҙе туҡмау, урлашыу, енәйәт юлында йөрөү ҙә ирлек түгел бит.

Беҙ бында балалар тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ. Өлкәндәрҙең дә зауығы үҙгәрә бара бит. Социаль селтәрҙә “шаҡы-шоҡо ҡуяһығыҙ”, “нимәгә бер туҡтауһыҙ эшкинмәгән әртистәрҙең тормошон яҙаһығыҙ”, “нимә тағы шул “майикмәк тә, хужабикә” отписка!” тип һөйләнә күптәр гәзит-журналдарҙың битләүендә. Әммә тәҡдимде ихтыяж тыуҙырыуын онотмайыҡ. Берәй ысынлап файҙалы булырҙай нәмә яҙһалар, күбеһе ләм-мим. Хужабикәне лә, Майикмәкте лә хатта яратып тикшерәһегеҙ. Тимәк, һеҙгә шундайыраҡ тема кәрәк һәм танһыҡ. Бөйөк нәмәләр тураһында һирәктәр генә фекер йөрөтөргә әҙер. Үҙегеҙ әйткәнсә, шаҡы-шоҡо тирәһендә урала күптәр.

Ни тиһәң дә, интернет селтәрендә күрһәтелгәндәрҙең үҫмерҙәрҙең генә түгел, үҙебеҙҙең аңыбыҙға ныҡ йоғонто яһауын инҡар итеп булмай. Аҙғынлыҡты күптән ҡабул иткәнбеҙ, шуға күнгәнбеҙ ҙә шикелле. Мәҙәниәтлелек мәғәнәһеҙлек менән алышына бара. Хәҙер килеп, енәйәтселәрҙе ярата, күңелебеҙ менән уларҙы аҡлай башламайыҡ тағы...

Һеҙҙең өсөн кем һуң заман геройы?

Нәркәс АЛСЫНБАЕВА

Автор:
Читайте нас