Фекер
11 Декабрь 2023, 15:50

ГӘЗИТ ЕҪЕ...

Ҡыш көнө минең өсөн иң тәмле еҫ - ул мандарин еҫе, сатлама һыуыҡ көндә ир-егеттәрҙең парфюмы һәм, әлбиттә, почта йәшнигенән яңы ғына алынған гәзит һәм журналдар еҫе. Мандарин еҫен бөтәбеҙ ҙә яратабыҙ, парфюм тураһында һүҙ ҡуйыртып тормайым. Ә бына гәзит-журналдар еҫе! Ул көтөп алынған, айырыуса, шатлыҡ менән һуғарылған, иң татлы еҫ. Кеше мәғлүмәткә мохтаж икәнен беләбеҙ, әлегә көндә бер кем дә телефонһыҙ тора алмаған кеүек, беҙҙең дә бала саҡ, йәшлегебеҙ матбуғатҡа үрелеп үҫә барҙы. Почта килер көндә, почта йәшниген бер мин генә әллә нисә сығып ҡарамағанмындыр. Хатта шәп кеше булдым мин, беренсе уҡыйым тип гәзит йәшерә торғайным. Әсәй һорай, бирмәйем, атай һорай, ныу уны еңеп булмай инде. ))) Сығарып бирәм. Ҡустым менән "Шоңҡар" өсөн һуғыштыҡ берҙе. "Аҡбуҙат" журналының шиғырҙарын ятлап, йырҙарын йырлап үҫкән быуын инек беҙ. Ә "Аманат" журналы аша республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән дуҫтар табып, йылдар буйына хат алыша инек: Мәсетле районынан бер ҡыҙ менән серҙәштәр инек, үҙебеҙҙең райондан Һаҡмар ауылынан Дилә менән хат аша танышып, аҙаҡ олимпиадаларҙа күрештек. Шиғыр яҙыштыра башлағас, шиғырҙарым "Йәшлек", "Шоңҡар", "Киске Өфө", "Йәншишмә", "Атайсал"да баҫылып сыҡһа, күктең 7-се ҡатынан төшә алмай ултыра торғайным. Шулай, беҙҙең быуын өсөн матбуғат – ул тәрбиәүи сара булған икән! Ошо бөтә гәзит-журналдар алдырған атайыма, әсәйемә рәхмәт! Өйөбөҙгә ҡосаҡ-ҡосаҡ почта килер ине. Араһынан хат та килеп төшһә, иң матур көн була ла ҡуя торғайны. Хат тигәндән, почта килгәнен күрһәм, үҙебеҙҙекен алам да, күршелә генә йәшәгән Вәлитдин олатайҙарҙыҡын алып һөйөнсө һорарға инәм. Унда Айгөл апайыма хат булһа, Гөлсәсәк апайым менән икәүләп тегенең хатын йәшереп кенә уҡыйбыҙ ҙа, кире матур ғына итеп йәбештереп тороп һалып ҡуябыҙ. Әҙерәк торғас, тағын берҙе асып уҡыйбыҙ ҙа күңел булып, инде клейлап тороп һалып ҡуябыҙ. Һуңынан мин ҡайтып китәм бит инде, Гөлсәсәск апайға эләгә торғайны, әлбиттә. Кис етһә, Вәлитдин олатайҙың ҡысҡырып гәзит уҡығаны беҙгә ишетелә торғайны. Барыһы ла алы-ы-ыҫта тороп ҡалған.

ГӘЗИТ ЕҪЕ...ГӘЗИТ ЕҪЕ...
ГӘЗИТ ЕҪЕ...

Сибай ҡалаһында йәшәүсе ГӨЛНАРА ХӘСӘНОВА бала сағын бына шундай матур хәтирәләр менән иҫкә ала. Китап, гәзит-журналдар уҡырға, шиғыр яҙырға яратҡан яҡташыбыҙ "Атайсал" гәзите иғлан иткән эстафета-подпискаға ла ҡушылды. "Атайсал" гәзитен Сибайҙа йәшәүсе инәһенә, татлыбай ауылында йәшәүсе ата-әсәһенә бүләк итте. Афарин, Гөлнара! Ҙур рәхмәт һиңә!

 

Бына ошондай рухлы ҡыҙҙарыбыҙ менән беҙ ғорурланабыҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас