

Күптәр дингә килгән, намаҙға баҫҡан мәлдә сәйер хәлдәр менән осраша. Был хаҡта интернетта йыш яҙып торалар. Яңыраҡ үҙ танышым да дингә килгән мәлендәге хәлдәрҙе һөйләне.
--Ул саҡта Өфөлә эш башлаған инем. Әхирәтем менән иҫке генә бер өйҙә, русса әйткәндә малосемейкала бер фатирҙы ҡуртымға алып йәшәнек. Минең урын тәҙрә эргәһендә булды. Төн етһә, кемдер форточканы аса башлай. Тәүҙә сквозняк тип уйлай инем. Бер заман шкафтан әйберҙәр осоп төшә башланы. Уныһына ла төн етһә тотона. Коридор, кухня тирәһендә тәпешкә кейеп аяғын һөйрәп атлаған кеше һымаҡ йөрөй. Башта әхирәтемә бер ни өндәшмәнем. Ул турала һүҙ ҡуҙғатманыҡ. Беренсе курста ғына уҡыған бала булғас, ҡурҡытҡы килмәй ине. Бер ваҡыт төнөн теге ғәҙәтегенән артығыраҡ тырышып шкафтан әйбер осора башланы. Башта нисектер һиҙелер һиҙелмәҫ кенә һымаҡ ине. Аҙаҡ, икебеҙ ҙә бүлмәләр беҙҙән башҡа ниндәйҙер сәйер йән эйәһе барлығын белгәс, теге нәмә тураһында һүҙ ҡуҙғаттыҡ, асыҡтан-асыҡ һөйләшә башланыҡ. Ҡабул итергә өйрәндек.
Бер ваҡыт әхирәтем үҙ яғына ҡайтып китте. Мин яңғыҙ. Китап уҡып ултырһам, коридорҙан теге тәпишкәһен һөйрәп килә. Беҙҙең ишек ағас ине. Шешенеп иҙәнгә тиклем етеп тора. Ауыр асыла. Ишекте ауыр итеп асып килеп инде. Ҡиәфәтен артыҡ сырамытып та булмай. Күләгә, шәүлә тип әйтәйемме. Өҫтөмә баҫып килеп ултырҙы ла: "Диндән кит. Барыбер гонаһты йыуып бөтөрөп булмай. Зина ҡылып йәшәү яҡшыраҡ,"- ти. Оҙаҡ алйып ултырҙым. Саҡ-саҡ намаҙҙа уҡылған сүрәләрҙе уҡый алдым.
Оҙаҡ ваҡыт төндәрен йоҡлай алмай, эшкә “туңбаш” булып бара инем. Бирешмәнем, намаҙҙарымды уҡыуҙы дауам иттем. Унан артыҡ, асыҡтан-асыҡ борсоманы. Әммә аш бүлмәһендә йөрөгәнен һиҙә инек.
Бына ошо тарихты һөйләне танышым. Был нимә булған. Енме, өй эйәһеме? Һеҙ сәйер хәлдәргә тарығанығыҙ булдымы? Беҙгә хаттар яҙығыҙ.
Фото: krasivoe-foto.ru