

“Минең ҙур хыялым –ата-әсәйҙең телефоны булыу. Атайым һәр саҡ эштән һуң телефонда ултыра. Бер нәмә әйтә башлаһам: “Эштән һуң арыным, икенсе ваҡыт”,--тип ҡуя, ә үҙе сәғәттәр буйы телефонына текләп ултыра. Әсәйем дә үҙ эше менән мәшғүл. Мин гелән уның бушағанын көтәм. Миңә ваҡыты юҡ. Ә берәйһе шылтыратһа, сәғәттәр буйы һөйләшә. Атайым менән әсәйем минең үтенесемде ишетмәйҙәр. Телефонда мөһимерәк эштәре бар. Әсәй ҙә йыш ҡына “Буш түгелмен, аҙаҡтан”,--тип яуап ҡайтара. Шуға мин ата-әсәйемдең телефоны булғым килә, телефон булһам уларға яҡыныраҡ булыр инем”.
Ир был яҙманы уҡый ҙа уфтанып: “Эх, ул малайҙы ҡосаҡлағым килеп китте”,--ти.
--Ҡосаҡла, һин уны хәҙер үк ҡосаҡлай алаһың. Сөнки был иншаны беҙҙең улыбыҙ яҙған,--тип яуап ҡайтара уҡытыусы ҡатын.
Фото:syl.ru