Фекер
30 Ноябрь 2023, 11:45

Телгенәм - бергенәм

Һеңлемдән ватсап аша хәбәр килеп төштө. "АРАМ...Я", "ҠЫЛ...ЯЙЫУ" тигән һүҙҙәрҙә ниндәй хәреф төшөп ҡалған? Һәм ул һүҙҙәр нимәне аңлата? Ҡала мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһына башҡорт теленән бирелгән өйгә эшДөрөҫөн әйтәм, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡып, сирек быуаттан ашыу башҡорт матбуғатында эшләп, мин дә белмәнем был һүҙҙәрҙе. Һәр хәлдә улар минең телмәремдә юҡ.Беҙҙең яҡта "АРАМ" тигән һүҙ генә бар, харам, намыҫһыҙ, үҙ файҙаһын ғына уйлаған кеше йәки шундай кешенең берәй эшенә ҡарата әйтелә. Тәүге һүҙҙе ошоға бәйлерәктер, тип уйланым.Ысынлап та, АРАМЪЯ - көс түкмәй, арлы-бирле эшләүсән була икән.ҠЫЛЪЯЙЫУ - нимәгәлер иҫ китеү тип бирелгән "Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге"ндә. Шуларҙы фотоға төшөрөп ебәрҙем. Бала ҡыуанып рәхмәт әйтте инде) Әммә был һүҙҙәрҙе иҫендә ҡалдырыр тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, әлбиттә."Өйҙә башҡортса һөйләшәбеҙ!" тип ата-әсәһе тыҡып торғанға ғына башҡортса белгән, әммә телмәре ярлы балаларға ошондай күнегеүҙәр тулы әсбаптар менән тел өйрәтеп, телебеҙгә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләп буламы? Икеле... Кире эффект тыуҙырмаймы икән бындай күренештәр?Ярай, һәр нимәлә ыңғай яҡты табырға була: мин ике яңы һүҙ белдем...

Телгенәм - бергенәмТелгенәм - бергенәм
Телгенәм - бергенәм

Элекке коллегабыҙ, әле "Башҡортостан" гәзите хәбәрсеһе булып эшләүсе Гөлдәр Яҡшығолова социаль селтәрҙәге битләүендә ошо проблеманы күтәрҙе. Ысынлап та, ҡайһы бер күнегеүҙәр уҡыусылар өсөн бик ауыр. Бәлки, дәреслектәрҙе еңелләштерергә кәрәктер? һеҙ ниндәй фекерҙә?

 

 

 

 

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас