

Һуңғы ваҡытта психологтар күбәйеп китте. Уларҙың ярҙамына мохтаж кешеләр тағы ла күберәк шикелле. Ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәктәй ҡалҡҡан психологтарҙың хеҙмәте төрлө. Үҙеңде яратырға ла, парың менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡорорға ла, күңел төшөнкөлөгөнән арынырға ла өйрәтә улар. Уның араһында әллә нисә быуат элек йәшәгән билдәле шәхестәрҙән алып, атай-әсәйҙәрҙең балаларына һалған "йәрәхәттәренә" тиклем тикшерәләр. Ғөмүмән, үткәндәрҙә соҡоноп күңел йәрәхәттәре менән булыу ныҡ популяр хәҙер.
Һәр кемдең үҙ ғәме, һәр фәндең үҙ теорияһы. Фрейд әфәнденән сыҡҡан барлыҡ проблемалар бала саҡтан килә тигән тәғлимәт әлеге замандың бер афәтенә әйләнеп бара, буғай. Травма модаһы шауҡымында күптәр күңелендә күрәләтә ата-әсәгә ҡарата үпкә һаҡлай, уларҙы бар уңышһыҙлыҡтарында ғәйепләй. Һинең шәхес булып үҫеп етә аламауың - ата-әсәң етешһеҙлеге. Бар бәләне уларға япһарһаң, еңелерәк бит, эйеме? Наҙ биреп еткермәүҙә лә, артыҡ иркәләүҙә лә улар ғына ғәйепле. Аҡсаһыҙлығың да - улар килтергән бәлә.
Травмалар теорияһын бөтөнләйе менән инҡар итеп тә булмай. Бар унда ла хаҡлыҡ. Беҙҙең быуын - үҙ-үҙҙәренә тапшырып ҡуйылған балалар. Сөнки атай-әсәй көнө-төнө тиерлек колхоз-совхоз эшендә. Ҡолаған һайын, сөскөргән ыңғайы әпсен-төпсөн итеп эргәңдә бөтөрөлөп йөрөргә уларҙың ваҡыты юҡ. Мәңге айныҡмаған, туҡтауһыҙ өйҙә боларған атай ҙа - кемдеңдер йөрәк яраһы. Балаларҙы айырып ҡарап, кемделер туҡтауһыҙ күккә сөйгән, кемеһендер уңайы сыҡҡан һайын кәмһеткән уҡытыусы ла ваҡыты-ваҡыты күңелде өйкәп ала. Әммә был травмаларҙа соҡоноу, туҡтауһыҙ ата-әсәңде йә бала сағыңдағы башҡа шәхестәрҙе ғәйепләү һиңә бәхет килтерәме?
Ислам күҙелегенән ҡарағанда, бар нәмә лә тәҡдиреңә яҙып ҡуйылған. Уны үҙгәртер көс юҡ әҙәм балаһында. Шулай яҙған икән, тимәк, тап шулай кәрәк булған. Раббыңдың ихтияры - был. Ата-әсәңә үпкә һаҡлап, һин үҙеңдең хәҙерге шәхесеңде инҡар итәһең, үҙ өҫтөңдән ғәйепте алып ташларға маташаһың. Ул ғына ла түгел, Аллаһ ҡушҡан тәҡдиргә ризаһыҙлыҡ белдерәһең.
Һәр ваҡыт үткәндәрҙә соҡоноу - хәҙергеңде юҡ итеү. Атай-әсәйҙән генә ғәйеп эҙләгәнсе, үҙ шәхесең өҫтөндә эшлә. Киләсәгең өсөн тырыш. Бөгөнгөңдә бәхетле бул. Йөрәк яраларын ҡат-ҡат ҡуҙғатып, һағыш-хәсрәткә батып, шайтанға юл ҡуйма. Үткәндәр менән йәшәү һәм күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү - Иблистең һәм уның ярҙамсыларының иң шәп ҡоралы. Әллә ҡасан булған, тәҡдиреңә яҙылған нәмәләрҙе бер нисек үҙгәртеп булмай. Тормошоңдо ҡаралама итеп йыртып ташлап, яңынан аҡ ҡағыҙға күсерер сара ла юҡ. Һәр ваҡыт ауыр хәтирәләргә бирелеү өмөтһөҙлөккә килтерә. Киләсәк яҡтылығын һүндерә. Шайтанды шатландыра.
Ана үткәндәрҙәге бәләкәй ҡыҙсыҡ атайҙар байрамын шешәгә алыштырған яҡынын көтөп, мәктәп тәҙрәһенә ҡарап тилмерә. Бында бер малайҙы уҡытыусы апай тағы: “Эшкинмәгән! Һинән буҡ көрәүсенән башҡа бер сыҡмаҫ!” - тип битәрләй. Тегендә уҫал әсәй ҡыҙ баланан, мөйөштә тороп ҡалған саң өсөн, ҡат-ҡат иҙән йыуҙыра. Кәрәкме һиңә ошондай күңелһеҙ хәтирәләр? Тормошоңдоң был битен яп та, киләсәгеңә баҡ, хәҙергеңде ҡәҙерлә. Үҙ шәхесеңде шул тиклем яратмайһыңмы ни? Бөгөнгөң менән дә, киләсәгең менән дә һин барыбер атай-әсәйеңә бурыслы. Ислам динендә уларҙың дәрәжәһе әйтеп бөткөһөҙ юғары. Һине туғыҙ ай йөрәк аҫтында йөрөткән, ауырлыҡ менән тапҡан әсәйеңдеке бигерәк тә. Уҡытыусың да һиңә мәктәп дәресе генә түгел, тормош дәресе лә биргән.
Һәр кемебеҙҙе атай-әсәйҙәребеҙ хәленән килгәнсе тәрбиәләне. Ул замандарҙа хәҙерге муллыҡ та, мөмкинлектәр ҙә булманы. Көнө-төнө колхоз, дәүләт эшенә егелгән тәмле-татлыһын ғына түгел, иң кәрәкле ыуаҡ-төйәген дә сиратта тороп, талонлап ҡына алған, өй эштәренә күмелгән ҡатын, бәлки, кәрәкле иркә-наҙҙы биреп тә етә алмағандыр. Сөнки уның үҙенең дә иркәләнергә ваҡыты ҡалмаған. Мейес яғып өй йылытҡан, һыуын ташып ҡулдары менән кер йыуған, наҡыҫлыҡҡа ҡарамаҫтан төрлөсә аш йүнәткән әсәне кер машинаһы йыуып биргән кейемдәрен ҡайһы саҡ алып элергә лә йыбанған ҡыҙ бала бәхетһеҙлектәрендә ғәйепләйме инде хәҙер? Йә иһә әле һаман йүнләп тормош ҡора алмаған малай йүнһеҙлеген ҡул менән бесән сапҡан, балта-көрәк тотоп устары сөйәлләнеп бөткән атаһына япһарамы?
Шундай ауыр тормошта көн итмәҫлек мөмкинлектәре булдымы атай-әсәйҙәребеҙҙең? Беҙҙе һәр ваҡыт әпәүләп ултырыр ваҡыттары бар инеме уларҙың? Ни тиһәң дә ҡәҙерлеләребеҙ беҙҙе ярата белгәнсә яратты, хәлдәренән килгәнсә ҡараны. Аллаһ ни яҙған, шуны күрҙек. Ниндәй ризыҡ биргән, шуға риза булдыҡ.
Йөрәктәрҙә ниндәйҙер яралар ҡалған хәлдә лә, ғәфү итә белеү мөһим. Үткәндәрҙә соҡоноп, ғәйеп эҙләп, үпкә һаҡлап йөрөү күңел торошона ла, һаулыҡҡа ла ыңғай йоғонто яһамаҫ. Кисерә белеү - әҙәм балаһының иң күркәм сифаттарының береһе. Киләсәгең һинең үҙ ҡулыңда. Тормошоң өсөн үҙең яуап бирәһең. Хәленән килгәнен дә, килмәгәнен дә атай-әсәйең һиңә биргән инде.
Нәркәс АЛСЫНБАЕВА.
фото: dzen.ru