

Бәләкәйҙән бер-береһенә өйрәнеп үҫкәнгәлер, үҙҙәрен тыныс һәм татыу тоталар. Шуныһы ҡыҙыҡ, ғәҙәттәре икеһе араһында ғына һаҡлана. Ә сит эт-бесәй күрһәләр шундуҡ йөндәре ҡабарып, тештәре ыржая үҙҙәренең. Һыйыр һауһаң да, икеһе ике яҡтан ҡойроҡтарын болғап көтөп ултыра. Һөттөң яңы ғына һауылып, боҫрап торған йылыһын эсәләр, икмәкте лә ҡаймаҡ һылап бирһәң генә ашайҙар. Наҙланыуҙары шулай.
???? Ихатала уҫал әтәс тә бар. Бесәйгә ташлана ҡалһа, эт ярҙамға йүгереп килә. Ә суҡышлы ҡупырый кешене, йә башҡа йән эйәләрен баҫтырғанда ояһынан сығыуҙы кәрәк тип тә тапмай. Бына шунан әйтеп ҡара инде, эт менән бесәй булып йәшәү насар мөнәсәбәтте аңлата тип...
???? Кешеләр араһында ғына түгел, хайуандарҙа ла дуҫлыҡ төшөнсәһенең булыуы инде был. Улар өсөн дә таныш яҡынлыҡ тигән тойғо. Тимәк, тәбиғәт шулай ҡоролған, тәғәйенләнештәре, ғәҙәттәре, темпераменттары төрлө булыуға ҡарамаҫтан, януарҙар ҙа ысын дуҫ булып йәшәй белә. Бының өсөн алмашҡа бер нәмә лә һорамайҙар, һынашмайҙар, иҫәпләшмәйҙәр.
???? Әле ауылдан тағы бер сәләм килде. Һыйыр ҡазаланып, һуйып алырға тура килгәс, гел уға эйәреп йөрөргә күнеккән, дебеткә тип тотҡан кәртәләге яңғыҙ кәзә юҡһына икән үҙен. Ғәжәп бит... Ҡыҙғаныс та... Ә һеҙҙең йорт хайуандары араһындағы ошондай дуҫлыҡ шаһиты булғанығыҙ бармы?
Райля Кучемханова
#ҠошТеле
фото интернет селтәренән