Фекер
25 Октябрь 2023, 05:10

Ике тел белеү яҡшы

Бер телле һәм бер нисә телле балаларҙы сағыштырғанда ла шуны әйтергә була: күп телле бала белемлерәк, һәләтлерәк, фекерләүе бик үҙенсәлекле.

Ике тел белеү яҡшыИке тел белеү яҡшы
Ике тел белеү яҡшы

Кеше тормошонда туған тел иң мөһим социаль һәм мәҙәни аспекттарҙың береһе булып тора. Ул аралашыу ҡоралы ғына түгел, ә халыҡтың мәҙәни һәм тарихи үҙенсәлеген сағылдыра, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауҙа төп ролде үтәй.

Бөгөн беҙ оло проблемаға юлыҡтыҡ. Ата-әсәләр сабый тыуғанда үҙ телендә иркәләтһә лә, балаға 3-4 йәш тулһа, рус теленә күсә лә китә. Һынылышлы осорҙа бала үҙ теленән баш тартып, урамдағы, балалар баҡсаһындағы, интернеттағы телгә эйәреп китә. Әсә теленең “престижы” юҡ тип иҫәпләгән ҡайһы бер ата-әсәләр быға ҡул һелтәп ҡарай, “заманлашып” маташа. Бәғзеләр бер нисә телдә һөйләшеүҙе бала өсөн көсөргәнешле тип иҫәпләй. Ике телдә һөйләшеү телде боҙа, һөйләшеп китеүгә ҡамасаулай тип уйлаусылар ҙа бар. Үҙ теленән оялғандар ҙа юҡ түгел. Әсә телен өйрәтергә “ваҡыт” тапмаусылар ҙа осрап ҡуя. Һәр кем сәбәбен таба…

Беҙ ике телде белеү файҙаға ғына тип дәлилләргә ашығабыҙ. Беҙҙең күп милләтле республикала, шул иҫәптән Баймаҡ районында ике телде белеү бик кәрәк. Әйткәндәй, фәнни тикшеренеүҙәр бер нисә телде белеү бала үҫешенә бик яҡшы тәьҫир итеүен белдерә. Интеллект, телмәр, фекерләү йәһәтенән ыңғай яҡтары бихисап. Билингвизм механизмы бер телдән икенсе телгә еңел күсергә мөмкинлек бирә. Урал аръяғында йәшәүселәр бәләкәйҙән ике, йә унан күберәк тел ишетеп үҫә. Шуға ла телде өйрәнеү тәбиғи килеп сыға, бары тик шул тел мөхитенә инеү ваҡытын ғына иҫәпкә алырға кәрәк. Әгәр бала бәләкәйҙән ике телле төркөмгә (балалар баҡсаһында) эләгә икән, ул ике телде йәнәшә өйрәнә.

Бер телле һәм бер нисә телле балаларҙы сағыштырғанда ла шуны әйтергә була: күп телле бала белемлерәк, һәләтлерәк, фекерләүе бик үҙенсәлекле. Күп кенә авторҙар күп тел белеүҙең ыңғай яҡтарын күрһәтә:

  1. Ни тиклем бала иртәрәк икенсе телдәрҙе өйрәнә, шул тиклем уны өйрәнеүгә, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеүгә шансы ҙурыраҡ.
  2. Күп тел белеү хәтергә ыңғай тәьҫир итә.
  3. Күп тел белгән бала күп ҡырлы сифатлы белем алыуға өлгәшә.

Әлегә 100 процентҡа иҫбатланмаған, әммә күп тел белгәндәр деменция менән һуңыраҡ ауырый тигән фараздар бар. Сөнки бер нисә телдәге һүҙҙәрҙе иҫләү—ул мейе өсөн күнекмә. Спорт менән йәштән шөғөлләнгән кешенең олоғайғас та һаулығы күпкә яҡшыраҡ була. Бында ла шуның кеүек.

Балаларҙың телмәрен ишетеп, анализлап ата-әсәгә бер нисә кәңәш бар. Улар күп тел белгән баланы тәрбиәләүҙә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.

  1. Таҙа телмәр булдырығыҙ. Һөйләшкәндә ике телде ҡатыштырмағыҙ. Һеҙгә ҡарап бала һөйләшергә өйрәнә.
  2. Туған булмаған тел өсөн берәй сара уйларға. Мәҫәлән, әкиәт уҡыйһығыҙ, йәнһүрәт ҡарайһығыҙ, төрлө уйындар ойоштораһығыҙ.
  3. Көсләп, әрләп өйрәтмәҫкә. Үтә ныҡ талапсан булыу балала кире ҡараш уятыуы ихтимал.
  4. Грамоталылыҡҡа иғтибар бүлеү. Ике телдә лә матур, асыҡ һөйләшһен өсөн тырышлыҡ һалыу зарур.
  5. Әсә теленә өйрәтеү өсөн өҫтәлмә саралар кәрәк. Бәлки, туған телдә үткәрелгән мәҙәни сараларға барырға кәрәк булыр.
  6. Баланың һүҙ запасын үҫтерергә! Хаталарын ваҡытында тыныс һәм йомшаҡ итеп төҙәтергә.
  7. Икенсе телде үҙләштереүҙе киләсәккә ҡалдырмаҫҡа. Ни тиклем иртәрәк өйрәнә--шул тиклем тиҙерәк, еңелерәк, уңышлыраҡ. Баланың хәтере яҡшы, әүҙемлеге лә, ҡыҙыҡһыныусанлығы ла һүрелмәгән.
  8. Даимилыҡ, йәғни ике телде лә бала көн дә ишетергә тейеш. Оҙайлы тәнәфес телде онотоуға килтерә.
  9. Баланың психологик һәм телмәр темпын күҙәтергә. Бер үк ваҡытта теле асылған балаларҙа ла телмәр үҫеше төрлөсә. Бер телдәге бала тиҙерәк һөйләм төҙөүе ихтимал. Әммә ике телде белгән бала һөйләм төҙә алмай тигән һүҙ түгел, бер аҙ һуңлаһа ла башлаясаҡ.
  10. Темп үтә лә ныҡ һуңлаһа, белгестәргә--психолог йә логопедҡа барыу кәрәк. Тик ул белгестең ике телде белеүе мөһим, ул ике телдә лә баланы тикшереп ҡарарға бурыслы.

К.И.Юнысбаева, Э.И.Ҡәҙербаева, “Күбәләк” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас