Уҡытыусы, шағирә МИЛӘҮШӘ ҠЫҘРАСОВА яҙмаһы:
Сипараты ла, ул ултырған ширлек тә хәтирәләрем янсығының ҡәҙерле генә ынйылары.
Ширлеген атайым эшләп бирҙе. Шартына килтереп, ауыр итеп, ҡымҡылдап һөттө сайпылтмаҫлыҡ итеп эшләгән. Сипарат тишегенән ағып сыҡҡан артыҡ шыйыҡлыҡ йәйәлеп бысрамаһын өсөн ҡасау менән соҡоп ағыр йырҙаһын да эшләп ҡуйған. Усым менән һыйпап-һыйпап алам уны, атайымды һағынғанда... Балта оҫтаһы булған атайым ҡомартҡыларының береһе инде ул.
Ә өҫтөндәге сипараты балаларымдың атаһы, ейәндәремдең ҡартатаһы - тормош иптәшемдең йәш кенә саҡтарҙы хәтерләткән иҫтәлеге. Бер-беребеҙгә күҙ атышып ҡына йөрөй инек әле ул саҡтарҙа. Ә ул һабан туйҙарының бил бирмәҫ батыры - көрәш майҙанының уртаһында ҡайнар ине. Йөрәгемде усыма ҡыҫып, хис-тойғоларҙы аһ-уһ килеп кешегә сығармай ғына, халыҡ араһынан күҙәтер инем уның таһыл көрәшкәнен. Колхоздарҙың бай сағы, еңеүселәргә һарыҡҡа ҡушып ана шулай тормош кәрәк-ярағы бүләк итәләр. Сипарат - милли көрәш батырымдың бүләге. Йыл да һабан туйынан бүләкһеҙ ҡайтманы ул, әлхәмдулиллаһ🙏.
30 йылдан ашыу хеҙмәт иткән, күптән инде үҙ бурысын үтәүҙән туҡтаған был ҡул сипаратын йәнекәйем "Уны нишәтәһең?" - тип, йыл да ҡый өйөмөнә таштарға итә. Мин ипләп кенә кире ултыртып алам - сәскә үҫһен. Ширлеген дә, сипаратын да һыйпай-һыйпай, ейәндәргә һөйләрмен ошо тарихты, ин шәә Аллаһ...
+24 °С
Ямғыр



