

Һәр ҡатын яратылғыһы килә. Мин дә ҡасандыр яратыу-яратылыу тормошта иң мөһиме тип уйлайым инем. Әммә тормош күрһәтте: йылдар үтеү менән ул һөйөүҙән көл генә ҡала. Ғашиҡ булдығыҙ икән, әле ул бер нәмә лә һөйләмәй. Унан бигерәк, баш-көллө сумырға, шул мөнәсәбәттәр ҡосағында батырға ашыҡмағыҙ. Хәйер, был хаҡта яҙыу файҙаһыҙ. Сөнки ғашиҡ кеше итшетмәй ҙә, күрмәй ҙә. Хәҙер аңлайым: мөхәббәт - ул ҡапыл “башҡа төшкән” нәмә түгел. Ул—ике кеше тарафынан йылдар дауамын да көн дә булдрылған нәмә. Һәм ул партнерҙарҙың аҡылына бәйле. Улар мөхәббәт тыуҙыра алырмы?
Уңыштың бейек нөктәһе—ФИНАНС ИМЕНЛЕК. Етеш йәшәү. Тик ул тормошоңа үтеп инһә, уның бары фон икәнен аңлайһың. Эйе, рәхәт. Әммә “етеш тормош” һүҙбәйләнешендә “тормош” һүҙе мөһимерәк. Бәхет аҡсала түгел! Быныһы хаҡ! Аҡса етмәгән саҡта ғына кәрәк ул. Минеңсә, уны уйламау мөһимерәк.
УҢЫШ ҺӘМ АСЫЛЫУ. Һинең хеҙмәтеңде юғары баһалаһалар рәхәт. Әммә ваҡыт килер, ул да онотолор. Әгәр улар кешене бәхетле итә алмай икән, улайһа улар һиңә нимәгә?
БАЛАЛАР. Ул беҙҙең менән бик аҙ ғына ваҡытҡа. Үҫәләр ҙә осалар. Беҙгә уларҙың осошон күҙәтергә генә ҡала.
Бер нәмәне әйтә алам. ИЗГЕЛЕК ҡыл! Үҙемә лә шуны әйтәм. Изгелек сәс, уның шытым биргәнен, үҫеп сыҡҡанын көтмә. Уйҙар киң, ерҙәге нәмәләргә йәбешеп ултырма.
Ябай ғына нәмәләргә ҡыуан. Йылмай. Той һәм рәхмәтле бул! Әйтергә теләмәгәндә лә “Рәхмәт” тигән. Килер бер мәл күңелең менән рәхмәт әйтә башларһың.
КӨЛ. Сәбәп булмаһа ла көл. Балаларға ҡара әле, уларға сәбәп кәрәкмәй. Улар бер-береһен күрһә лә көлә башлай. Дөрөҫ бит. Әгәр мин ошо мәлдә өләсәйемде, дуҫым Леонды иҫән күрһәм, бәхетемдән илар инем. Беҙ бит яҡындарыбыҙҙы ҡәҙерләмәйбеҙ. Үҙеңдең һәм яҡыныңдың тормошон ҡәҙерлә.
Гөлнәзирә Йәнтүрина.
/Резеда Усманова тәржемһе/
Редакция һәм автор рөхсәтенән тыш мәҡәләләрҙе икенсе сайттарға алыу тыйыла.
Фото интернеттан: stylishbag.ru