АТАЙСАЛ
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Фекер
14 Октября 2023, 08:40

БУРЫСЛЫ ТҮГЕЛМЕН ТИМӘ!

Кемдер һине тәнҡитләй икән яр һалып илап, мине күрә алмайҙар, минән көнләшәләр, мине һыйҙырмайҙар, мин күсеп китәм тип оран һалырға кәрәкмәй. Тыйҙылар тип тыйылма, эйе, үҙеңсә йәшә, бары тик анализларға, ҡыланыш өҫтөндә уйланырға, бер аҙ үҙгәрергә һәм үҫергә кәрәк.

БУРЫСЛЫ ТҮГЕЛМЕН ТИМӘ!БУРЫСЛЫ ТҮГЕЛМЕН ТИМӘ!
БУРЫСЛЫ ТҮГЕЛМЕН ТИМӘ!

Мин бер кемгә лә бурыслы түгел! Мин нисек теләйем - шулай йәшәйем. Миндә эшегеҙ булмаһын! Миңә ҡыҫылмағыҙ!????????????????????????

????????????????Замана кешеһенең девизы. Бөгөнгө кеше ошоно тура аңлай һәм тормошоноң төп ҡағиҙәһе итеп ала. Әммә һәр нәмәлә сама булырға тейеш!!! Күптәр тәнҡитте күтәрә белмәй. Ә был үҫешкә килтермәй. Кешене гел маҡтап ҡына торһаң ( маҡтамаҫ урында ла), ул ҡупрая, үҙен "иң яҡшыһы" тип уйлай һәм үҫеүҙән туҡтай. Тимәк, тәнҡитте күтәрә белергә, үҙең үҙеңә анализ яһарға һәм уйланырға тейешһең! Уйлан! Һәм тағы: тәнҡитте дөрөҫ еткереү ҙә зарур!

Йәнә "Иҫкелектән сыҡ. Өләсәй -олатайың, атайың -әсәйең һине ныҡ баҫып тәрбиәләгән. Ул ярамай, был ярамай тип үҫтергән" тип кәңәш биреүселәр күп йәмғиәттә. Һәм тағы быны тура һәм тулыһынса ҡабул итәләр. Саманы оноталар. Эйе, бәлки ҡыйыуыраҡ булырға, үҙ һүҙеңде әйтергә өйрәнеү кәрәктер. Сөнки ныҡ баҫалҡыны баҫҡан һайын баҫыла. ӘММӘ!!! был тыйылғандан тыйылыу кәрәкмәгәнде аңлатмай әле! Әхлаҡ, әҙәп тигән төшөнсә беҙҙең милләттә көслө. Шуны бөгөн юҡ итеп маташалар. Имеш, һин бер кемгә бурыслы түгел! ????Был дөрөҫ түгел! Кәрәк икән йырла, бейе, сәйәхәт ит, спорт менән йә бизнес менән шөғөллән һ.б. Тик ҡайҙа ла һин әҙәп, әхлаҡ төшөнсәһен онотма!

"Өләсәйҙәр мәктәбен" иҫкелек тигән булып урамда, көпә -көндөҙ үбешә башланыҡ бер заман. А че такого, я никому не должна! Хәҙер урамдан тыныс ҡына үтеп булмай: ҡата башындай балалар ҡатлы - ҡатлы һүгенә. Эргәһенән 80 йәшлек инәй үтеп барһа ла иҫтәре лә китмәй. А че тут такого, ивет? Ҡыҫылмағыҙ, үҙемсә йәшәйем. Что хочу, то и делаю, имеш.

Йәш ҡыҙҙар, йәш килендәр ҡайны -ҡәйнә, инәй -олатай алдында арт һынын күрһәтеп шорты кейеп йөрөй. А че тут такого? Ул бит иҫкелектән сыҡҡан, ул бит современная. Нимә теләй - шуны эшләй. Үҙенә шулай оҡшағас ни, йөрөһөн, имеш.

Ә тирә -яҡтағыларға ихтирам, хөрмәт ҡайҙа булған ул? Бер кем дә һиңә баштан аша бөркәнергә, уранып ултырырға, күлдәк кейергә ҡушмай, бары тик шортыңдың балағын оҙонайтырға кәңәш итә. Тәнҡитсене дөрөҫ аңларға ғына кәрәк.

Оят та юҡ, намыҫ та юҡ. Имеш, современныйһың бит. Иҫкелек ҡалыптарынан сыҡҡанһың. Заманса йәшәйһең. Әгәр замана кешеһе ????????????оятһыҙ, намыҫһыҙ, самаһыҙ икән, "современный" булыуҙан ни фәтүә?

Мин бер кемгә лә бурыслы түгел, тимә!!!
Һин ҡыланышың менән ата -әсәңдең, милләтеңдең йөҙөн күрһәтәһең! Нимә тиһәләр ҙә һин бурыслы һине тәрбиәләгән ата -әсәңә, һине бар иткән милләтеңә!

Онотма: һәр кем үҙ өлгөһөндә балаһын, киләсәген тәрбиәләй. Һәм, әлбиттә, һин яңғыҙың ғына киләсәк тәрбиәләй алмайһың. Бында йәмғиәттең дә роле ҙур. Урам тәрбиәһе бар бит әле. Бөгөн шуларға ИНТЕРНЕТ ТӘРБИӘҺЕ өҫтәлде. Йәш быуын, хатта ҡайһы саҡ быуыны нығынған, әммә әллә ни үҙ фекере булмаған ололар ҙа күргәнен, ишеткәнен үҙенә губка кеүек һеңдерә.

Тимәк, балаһының, милләтенең, иленең киләсәген уйлаған һәр кем дөрөҫ тәнҡитсе һәм тәнҡитте дөрөҫ күтәреүсе булырға тейеш!!!

Кемдер һине тәнҡитләй икән яр һалып илап, мине күрә алмайҙар, минән көнләшәләр, мине һыйҙырмайҙар, мин күсеп китәм тип оран һалырға кәрәкмәй. Тыйҙылар тип тыйылма, эйе, үҙеңсә йәшә, бары тик анализларға, ҡыланыш өҫтөндә уйланырға, бер аҙ үҙгәрергә һәм үҫергә кәрәк.

Тәнҡитсе һүҙен хуплаусыларға ла тәрбиәле булыу мөһим. "Үәт, һин шулай, һин былай, хәҙер башыңды яра һуғам, битеңә тибәм" түгел инде. Кемделер әҙәпһеҙлектә ғәйепләгәс, үҙеңә әҙәпле булырға кәрәк бит!

Йәнә өҫтәп әйтәм: беҙҙең "өләсәйҙәр мәктәбе" матур ине. Бер аҙ заманлашһаҡ та уны "емереп" ташламайыҡ! Иҫкелек түгел ул. Ә матур тәрбиә нигеҙе! Шул нигеҙҙе заманса ғына итеп биҙәйек! Сама менән, зауыҡ менән.

 

Резеда Усманова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас