Фекер
9 Октябрь 2023, 15:45

ҮҘБАҺАҢДЫ БЕЛ!

Ғәҙәттә кеше үҙенең изге күңелле, ябай, намыҫлы, ихлас булыуын баһаламай... Ә бит улар лайыҡлы сифаттар. Ниндәйҙер кимәлдә аҡылдан да ҡиммәтерәк. Сөнки аҡыллымын тигән дә яуыз, үсле булыуы ихтимал. Ә изге күңелле яуызлыҡҡа бармай.

ҮҘБАҺАҢДЫ БЕЛ!ҮҘБАҺАҢДЫ БЕЛ!
ҮҘБАҺАҢДЫ БЕЛ!

Үҙегеҙгә ышанысты кәметкән, уның янында үҙегеҙҙе бер нигә эшкинмәгән итеп хис иткән кешеләрҙән ҡасығыҙ.

Әгәр ир-егет һеҙҙең өсөн бер нәмә лә эшләмәһә, тырышмаһа, ул һеҙҙең кеше түгел.

Һеҙҙең хеҙмәтте, тырышлыҡты һанламаған кеше янында ҡалмағыҙ. Ирҙең иғтибарын, һөйөүен яулайым тип үҙегеҙҙең һәйбәтлекте иҫбатлап маташмағыҙ, әгәр ул һеҙгә алдан уҡ һалҡын һәм иғтибарһыҙ икән, бынан яҡшылыҡ көтмәгеҙ. Был ваҡыт әрәм итеү генә түгел, ә һеҙ алдан уҡ  уны пьедесталдың иң өҫкө яғына ҡуйып, үҙегеҙҙе түбән төшөрәһегеҙ. Ә ниңә беҙ үҙебеҙҙе ҡәҙерләмәйбеҙ? Һеҙҙең үҙбаһа башҡалар фекеренә бәйле булырға тейеш түгел. Сөнки алтындың да хаҡын төшөрөргә маташыусы буласаҡ.

Ғәҙәттә кеше үҙен, үҙенең эшен баһалай белмәй. Үҙенең изге күңелле, ябай, намыҫлы, ихлас булыуын баһаламай... Ә бит улар лайыҡлы сифаттар. Ниндәйҙер кимәлдә аҡылдан да ҡиммәтерәк. Сөнки аҡыллымын тигән дә яуыз, үсле булыуы ихтимал. Ә изге күңелле яуызлыҡҡа бармай.

Аллаһ алдында беҙ бер тигеҙ. Уның өсөн беҙ Уның балалары. Тимәк, Аллаһ үҫеш юлында. Был беҙҙе ҡанатландырырға, илһамландырырға, үҙ-үҙебеҙгә ышаныс уятырға тейеш.

Гөлнәзирә Йәнтүрина.
/Резеда Усманованың ирекле тәржемәһе/

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас