АТАЙСАЛ
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Фекер
5 Октября 2023, 11:10

ҠЫҘ БАЛАҠАЙЫМДЫ ҠЫҘҒАНАМ...

Ҡыҙғансыҡмын. Яҡындарымды ғына түгел, милләтемдең һәр ҡыҙын ҡыҙғанам. Татарҙыҡын, ҡаҙаҡтыҡын, ҡырғыҙҙыҡын да. Матурлыҡтарын асып, сәхнәләрҙә, экрандарҙа ялпылдап йөрөгәндәрен, һәр төрлө “инстаграм”дарҙа нисек ҡыланғандарын күрһәм, үкһеп илағым ғына килә. Урамда, бигерәк тә йәйге йылы һәм аяҙ көндәрҙә, ниндәй хәл икәнен әйтеп тә тормайым. Бәлки, үҙемдең тойғоларымдан бигерәк, тамырҙарымдағы төрки ҡаны ҡайнайҙыр. Ниңә ундай көнгә төштөк һуң, ағай-эне? Ҡыҙҙарыбыҙҙы – милләт әсәләрен – заман шауҡымынан яҡлай, тәрбиәләй алмайбыҙ! Ни өсөн уларҙың күбеһе бөгөн беҙҙе лә, үҙҙәрен дә, халҡын да хөрмәт итмәй, эсеп-тартып, аҙғынлыҡ ҡылып, һәләкәткә табан бара?

ҠЫҘ БАЛАҠАЙЫМДЫ ҠЫҘҒАНАМ...ҠЫҘ БАЛАҠАЙЫМДЫ ҠЫҘҒАНАМ...
ҠЫҘ БАЛАҠАЙЫМДЫ ҠЫҘҒАНАМ...

Бәғзеләр: “Башҡалар бер ҙә оялмай, ниңә беҙ тартынырға тейеш?” – тип аҡланыусан. Ә ниңә “Мин – фәлән нәҫелдән, фәлән кешенең ҡыҙымын, иремдең яратҡан ҡатынымын, шул-шул балаларҙың әсәһемен” тигән яуаплылыҡ алғараҡ ҡуйылмай? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге йәштәрҙе “тик үҙең өсөн йәшәргә” өйрәтәләр, йәғни “башҡаларҙың фекеренә ҡарама, нимә теләһәң, шуны эшлә”. Был бит – оло бер мәкер, кешеләрҙе күрәләтә юлдан яҙҙырыу!
Әммә мин һис тә бөгөнгө башҡорт ҡатын-ҡыҙына ғәйеп өйөргә йыйынмайым. Киреһенсә, уларҙы аңларға тырышыуым. Әлбиттә, барыһының да кеше ыңғайына йәшәгеһе, бәхетле булғыһы киләлер. Беҙ, милләт ирҙәре, уларға ярҙам итергә бурыслы: дөрөҫ юлды күрһәтергә, кәңәштәр бирергә, кәрәк икән, намыҫтарын яҡларға тейешбеҙ. Кавказ егеттәре һымаҡ. Улар бит бер ҡыҙын да ситләтмәй, йәберләтмәй, таныш булмағанын да иғтибар һәм ихтирам менән солғай. Кемеһенәлер ҡағылып ҡара – күмәкләп йыйылып, өҙгөләп ырғытырҙар.
Яҡлай белмәйбеҙ шул. Бәлки, башҡорт ҡыҙҙарының йыш ҡына бүтән халыҡҡа кейәүгә сығыуына төп сәбәптәрҙең береһе ошолор. Үҙ-ара дәғүәләшергә, дөмбәҫләшергә шәпбеҙ, ә башҡаларға ҡарата әллә артыҡ миһырбанлыбыҙ, әллә... Гүзәл затҡа бит ныҡлы терәк, ышыҡ кәрәк. Улар кемгә ышанырға, таянырға була икәнен самаламай, тиһегеҙме?
Бөгөн күпме ҡыҙҙарыбыҙ башҡа милләт ирҙәренә тормошҡа сыға, бөтөнләй икенсе динде һәм мәҙәниәтте ҡабул итә – беҙ хатта иғтибарға ла алмайбыҙ. Һөйәркә булып йөрөргә мәжбүр булғандарын, көсләнгәндәрен белеп ҡалһаҡ та, өндәшмәйбеҙ. Туҡһанынсы йылдарҙа ундай хәлдәр көн һайын тиерлек ишетелде – бер кем дә тупланып, башҡорт ҡыҙҙарының намыҫын яҡлап сығыуҙы уйламаны ла. Киреһенсә, уларҙы аҙғынлыҡта ғәйепләнек, ҡайһыларыбыҙ үҙҙәре шул мәсхәрәләүселәрҙең ҡылығын ҡабатлауҙан да тартынманы.
Ҡала түгел, ауылдарҙа ла ҡыҙҙарыбыҙға үҙ милләттәштәренән тынғы юҡ. Саҡ ҡына төҫ керә башлаһа, кем уларға бәйләнә, матур һүҙҙәр һөйләп, вәғәҙәләр биреп, баштарын әйләндереп, төрлө иҫерткестәрҙе тәмләргә ҡыҫтап, түшәккә ятҡырырға тырыша? Шунан ошо әҙәм аҡтыҡтары “батырлыҡтары” тураһында һәр урында ҡабартып-ҡабартып һөйләй әле. Меҫкен ҡыҙҙарға, ян-яҡтан яуған мыҫҡыллауҙарға, ата-әсәһенең әренә түҙә алмай, үҙ ауылынан йәки бөтөнләй районынан сығып китергә тура килә. Урыҫҡа йәки башҡа берәй милләт кешеһенә бара инде, сөнки башҡорттар араһында яманаты таралған, ҡасан да булһа иренә килеп ишетеләсәк...
Йәнә байтаҡ ҡыҙҙарҙан “башҡорт ирҙәре ҡатынын туҡмай” тигәнде ишетергә тура килде. Шуға ла күптәре кейәүҙе башҡа халыҡтан эҙләй икән. Атай-әсәйҙәре лә, әлбиттә, балаларының ҡағылмай-һуғылмай, татыу йәшәүен теләй инде. Керәшенгә сыҡһа ла, “ярай, исмаһам, татарсараҡ һөйләшә бит” тиҙәр ҙә күнәләр. Дин дә, милли мәҙәниәт тә артҡы планға күсә.
Ҡыҙҙарыбыҙҙы ла, үҙебеҙҙе лә тәрбиәләйек, ағай-эне. Милләт – ул беҙ. Башҡорттоң башҡортҡа өйләнеүе киң таралмайынса телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡларға саҡырыуҙарҙың мәғәнәһен күрмәйем. Ә инде йәшәйешебеҙ ҡанундары дин менән тығыҙ үрелеп, әхлаҡ нығынһа, бигерәк тә яҡшы. Ул сағында инде мин бер ҡыҙ туғанымды ла ҡыҙғанмаҫ һәм башҡорт егеттәренә һис шикләнмәйенсә, оялмайынса димләр инем.

А. Мөхәмәтйәнов.
("Бәрәкәт" журналынан, ҡыҫҡартып алынды).

 

фото: stylishbag.ru

Автор:
Читайте нас