Фекер
4 Октябрь 2023, 15:40

МӨҒЖИЗӘ КҮРЕҮ

Бер йыл элек өләсәйем баҡыйлыҡҡа күсте. Быны мин үтә лә ныҡ ҡайғырып, тетрәнеп ҡабул иттем… Дөрөҫөрәге ҡабул итә алмайым әле лә, юҡһынам, һағынам.Мин уның һуңғы ҡарашын иҫтә ҡалдырҙым, һуңғы һүҙҙәрен, тән йылылығын… Был тойғолар әле лә минең менән. Өләсәйем үлгәс кенә ябай ғына әйберҙәргә үтә лә иғтибарлы була башланым, күп нәмәнең ҡәҙере артты.Ашатыуы. Маҡтауы. Йәлләүе. Хуплауы. Серләшеүе. Хәтирәләргә бирелеүе. Маңлайын тәҙрәгә терәп, тәҙрә аша ҡул болғауы… Ул саҡта был нәмәләргә иғтибар ҙа итмәй инем бит. Ул донъялыҡтан китеү менән, өләсәйемдең хәстәре, һөйөүе ни тиклем ҙур хазина икәнен төшөндөм. Уның һөйөүе һүҙһеҙ, даими, мәңгелек булған…

МӨҒЖИЗӘ КҮРЕҮМӨҒЖИЗӘ КҮРЕҮ
МӨҒЖИЗӘ КҮРЕҮ

Кешеләр үлә. Яҡындарыбыҙ бер көн килеп үлә лә, беҙ мөғжизә күрһен өсөн беҙҙең күҙҙе аса.
Бер йыл элек өләсәйем баҡыйлыҡҡа күсте. Быны мин үтә лә ныҡ ҡайғырып, тетрәнеп ҡабул иттем… Дөрөҫөрәге ҡабул итә алмайым әле лә, юҡһынам, һағынам.
Мин уның һуңғы ҡарашын иҫтә ҡалдырҙым, һуңғы һүҙҙәрен, тән йылылығын… Был тойғолар әле лә минең менән. Өләсәйем үлгәс кенә ябай ғына әйберҙәргә үтә лә иғтибарлы була башланым, күп нәмәнең ҡәҙере артты.
Ашатыуы. Маҡтауы. Йәлләүе. Хуплауы. Серләшеүе. Хәтирәләргә бирелеүе. Маңлайын тәҙрәгә терәп, тәҙрә аша ҡул болғауы… Ул саҡта был нәмәләргә иғтибар ҙа итмәй инем бит. Ул донъялыҡтан китеү менән, өләсәйемдең хәстәре, һөйөүе ни тиклем ҙур хазина икәнен төшөндөм. Уның һөйөүе һүҙһеҙ, даими, мәңгелек булған…
Оҙаҡ ҡына уның өйөнә барғым, шунда булғым килде, өләсәйемдең еҫен тойғом, тауышын ишеткем килә ине…Ул бешергән ҡоймаҡ еҫен һағындым… Хатта аяҡ быуындары һыҙлағанда: “Йә, Хоҙай” тигән тауышын юҡһындым… Уны хәтерләтеп торған бер нисә әйберен алдым үҙемә һәм бер ҡумтаға һалып, өйөмә ултырттым. Был минең өсөн бик мөһим ине.
Өләсәйем мине маҡтай ине, ”Балаларыңдың шәп әсәһе”,--тип ебәрә ине һәм минең бала сағымды иҫенә төшөрөп, хәтирәләргә бирелә ине. Унан ҡайтыр юлға йыйынһам гел усыма аҡса һала ине: “Мә, үҙеңә бер нәмә ал”. Мин күп тапҡырҙар баш тартырға тырышһам да, йомарлап тоттора ине һәм аҡсаны нәҡ ҮҘЕМӘ тотонорға ҡуша ине. Шул тиклем хәстәрләгән бит ул мине!
Өләсәйемдең әйберҙәре араһында үҙемдең бала саҡта эшләгән әйберҙәремде, бәләкәй генә ҡулдарым менән яҙған яҙыуҙарымды таптым. Диссертациямды яҡлағас, гәзиттә минең хаҡта яҙғайнылар. Уны ла ҡырҡып һалған. Туй фотоларым да ята. Их, нисек яратҡан ул мине…
Өләсәйем үҙенең йәшлеген һөйләргә ярата ине, һуғыш хаҡында, яратҡан эше тураһында, атайым тураһында, хатта ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас серҙәрен дә һөйләй ине… Бик ихлас бәйән итте уларҙы…
Ауыр, ҡыйын булғанда мин үҙемде уның күҙҙәре аша күрәм. Улым йүткереп төнөн йоҡо бирмәгәндә лә, күңелем төшөп, бер эшкә ҡулым бармағанда ла, тормош юлынан артабан атларға ҡурҡып торғанда ла…уны күрәм. Тәҙрәгә маңлайын терәп ҡарап торған һымаҡ. Тынысланам һәм яратырға, хәстәрләргә, маҡтарға, хупларға, йәлләргә өйрәнәм. Был бит мөғжизә…
Катя Серикова.
/Резеда Усманованың ирекле тәржемәһе/

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас