

Көфөр һөйләнем...
Нишләптер быйылғы ҡыш миңә бик оҙон тойолдо. Март етеүен шул тиклем түҙемһеҙләнеп көттөм. Ҡыштың һуңғы көнөндә кис ирем менән сәй эсеп ултырабыҙ. Улыбыҙ эргәбеҙҙә уралып-сурала, хәбәрен һөйләп бөтә алмай.
-Бынау ҡар йонсотто. Аҡлығынан күҙҙәрем талды. Тик кенә ятҡым килә. Рулдә йөрөү ялҡытты. Ҡыш буйы ирҙәр кеүек “тимер ат”тан төшөлмәне. Һин вахтала булғас рәхәт, һине эшкә алып баралар, алып ҡайталар. Йәнә матур кейенеп, күлдәксән генә йөрөгө килә. Ҡалын кейем яурындарҙы баҫа. Ҡара көҙҙән көпөлө ҡорт кеүек йөрөлә. Матур күлдәк кейеү өсөн һомғол буй кәрәк бит инде. Артыҡ көс һалмай ғына ябығырға ине. Ябыҡ ҡына, нескә билле генә булғым килә! – тип әй хыялланам.
Ирем миңә ҡарап ултырҙы ла:
- Алла бирһә тигән, исмаһам!
-Эйе, Алла бирһә, тик ятайым, рулгә ултырмайым, мине алып йөрөһөндәр, ябығайым!
Март тыуҙы. Уның 5 көнө донъя мәшәҡәттәре менән үтеп тә китте. 6 март иртәнсәк будильник зыңғырлағас, уны һүндерҙем дә торайым тиһәм, ялп итеп ҡалдым. Бына һиңә, аяҡтарым бөтөнләй мине тыңламай! Торорға, баҫырға маташам, юҡ инде һул аяғымды алмаштырғандармы ни?! Миңә бөтөнләй буйһонмай. Билем ныҡ ауырта, аяғым үлтереп һыҙлай. Аҡырып иларға керештем, әммә ләкин мине берәү ҙә ишетмәй. Ир эш буйынса таң менән сығып китте. 6 йәшлек улым үҙенең бүлмәһендә бер ни белмәй йоҡлай.
Был ни эшләргә? Етмәһә, кистән сәсте йыумағайным, иртәнгегә ҡалдырып. Дауаханаға албаҫты кеүек барып булмай бит инде, ваннаға саҡ шыуышып тигәндәй индем. Уң аяғымды саҡ ҡыбарлаттым, һулы һулыған кеүек һәлберәп тора. Иллә-аллаға сәсемде йыуҙым да тиҙ ярҙам саҡырттым. Күрше ҡалала йәшәгән әсәйемә шылтыратып бала янына килеүен үтендем.
Тиҙ ярҙам машинаһы ваҡытында килеүен килде, фельдшер егет менән водитель мине приемный покойға каталкаға һалып индереп:
-Ятып тор, хәҙер табип төшөр ҙә ҡарар,-- тип ҡалдырып сығып та киттеләр.
Һыҙланып ятҡанда ваҡыт үтәме әле, етмәһә, һыуыҡ, үтә атма, шыҡһыҙ коридорҙа ятҡанда аяҡтарымдың тағы ла нығыраҡ ҡатыуын тойҙом.
Дүрт сәғәт тирәһе ятҡанмындыр, саҡ яныма бер табип килде лә мине ҡапшай башланы. Хәлемдең мөшкөллөгөн шунда уҡ һиҙҙем, улар үҙ-ара ымлап ҡына аңлашты. Күп тә тормай, мине тиҙ ярҙамға тейәп баш ҡала дауаханаһына оҙаттылар.
Республика клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлегенә һалдылар. Кем генә юҡ бында! Кемдең башына операция яһағандар, кемдең умыртҡа һөйәгенә. Минең кеүек аҡһаҡ-туҡһаҡтар етерлек, һәр кемеһе операция көтөп ята. Яһағандарын да күп тотмайҙар, һауығамы-һауыҡмаймы, ҡарап тормайҙар, сығара башлайҙар. Миңә лә киләһе аҙнаға ғына операция яһарбыҙ, тинеләр.
Артымса палатаға Г хәрефе кеүек бөкрәйгән ҡатынды индерҙеләр.
-Эргә-тирәгеҙҙәге бөтә костоправтарҙы урап сыҡтыңмы? Шунан ошолай кәкрәйгәс кенә табиптарға мөрәжәғәт иттеңме? – ти асыуланып, уны ҡараусы аҡ халатлы ир.
-Кәкрәйгәс килдем инде, - ти бисараҡай, тауышы сығыр-сыҡмаҫ.
-Бына шулай, үҙегеҙҙе һаҡламайһығыҙ ҙа, эшлектән сыҡҡас дауахана тип йүгерә башлайһығыҙ. Ана ята берегеҙ биленән ҡуҙғала алмай, - тип миңә төртөп күрһәтте.
-Артыҡ эш эшләмәнем дә ул мин. Ауырлы саҡта умыртҡа һөйәгемдең бер дискыһы урынын сығып йонсотҡайны. Бәпәйләгәндә билем ныҡ ауыртты. Әллә биртенде, әллә нишләне. Әле бына аяҡтар тыңламай.
Артымса әсәйем килеп етеп, табиптар менән һөйләшеп, тиҙ арала операция яһанылар. Уңышлы ғына ғына үтте, әммә һул аяғым барыбер мине тыңлап етмәй.
Ятам бына хәҙер түбәгә ҡарап, тик ятам. Бик йөрөгөм килә лә ул, тора алмайым. Йөрөй алмайым. Кеше көнлөмөн, ярай әле әсәйем бар. Ул инде минең һәр үтенесемде үтәй. Баламды ҡәйнәм ҡарай. Уныһы һағына, әсәй, ҡасан ҡайтаһың, тип бер туҡтауһыҙ шылтырата.
Машина ла йөрөй алмаҫмын инде, газ, тормоз педальдәренә баҫа торған табаным бөтөнләй бер ни һиҙмәй. Ауырыу - үҙе аш икән, тамаҡ ашағы килмәй, 10 көн эсендә һурыҡтым, айҙай түңәрәк йөҙөм бер ус булып ҡалды, эс, янбаштағы май һыпырып алғандай юҡ булды. Ул тиклем һыҙланыуға майың ғына түгел, мейем иреп аҡмағас шәп әле!
Түбәгә бер нөктәгә ҡарап ятҡанда Аллам ни өсөн мине бындай һынауҙарға дусар итәһең? – тип ялбарҙым, белгән доға, сүрәләремде ҡабатланым. Шунда көфөр һөйләүем иҫемә төштө: мин бит тик ятырға, машина йөрөтмәҫкә, ябығырға теләнем! Бына һиңә, мә! Барыһы ла үтәлде: ятам бына бер нәмәгә эшкинмәй! Ябыҡмын, тик матур күлдәк кейеп урамға сыға алмайым! Бик рулгә ултырғым килә лә ул, тора алмайым!
Әле Раббымдан ауырыуын биргәс, шифаһын да бир тип һорайым! Беләм, был миңә һынау. Алла бирһә, ошонан терелеп китһәм, хәбәремде уйлап һөйләрмен, Аллам!
Тик мине аяҡҡа баҫтыр! Әстәғфирулла! Әстәғфирулла! Әстәғфирулла! – тип Алламдан ғәфү үтенәм.
Беләм ул мине ярлыҡар, бәләкәс балам хаҡына! Уны бит кеше итергә кәрәк!
Мин йүнәләм! Мин эшләйем! Мин тулы тормош менән йәшәйәсәкмен, Алла бирһә! – телемдән, уйымдан ошо һүҙҙәр китмәй.
Бер ҡасан да башҡа көфөр һөйләмәм...