АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
18 Сентябрь 2023, 16:00

ЯРАТҺАҢ... ЯРАТЫР...

Ҡатын-ҡыҙ һеҙҙең ашҡаҙанды тултырыусы булып түгел, күңелегеҙҙе тултырыусы булып яратылған. Бының өсөн уның күңеленә инеү мөһим, тик бысраҡ итектәр менән уны тапамағыҙ! Ҡатын-ҡыҙға эшләгәнегеҙ һеҙгә йөҙләтә ҡайта. Һөйөү булып ҡайтырмы, бәлә булыпмы – быныһы һеҙҙең ҡулда!

ЯРАТҺАҢ... ЯРАТЫР...
ЯРАТҺАҢ... ЯРАТЫР...

Ҡатын-ҡыҙ кәрәкле булырға тейеш. Уның быны белеүе, тойоуы мөһим. Әлбиттә, бында “Һин миңә кәрәк” тигән ҡоро һүҙҙәр эшләмәйәсәк. Ихтирам-иғтибар зарур. Ул кәрәк! Тормош иптәше булараҡ, йәрең, кәләшең булараҡ… Әгәр һин уны ҡулланыр әйбер урынына тотһаң, ул быны тоясаҡ. Нисек кенә ауыр булһа ла китәсәк. Гүзәл зат үҙен кем эргәһендә яҡлаулы, һаҡлаулы, кәрәкле тоя—шунда ҡала. Ҡатын-ҡыҙҙың бик шәп яғы бар—ул үҙен яратҡан кешегә баш-көллө хеҙмәт итә. Ул илай икән, бер нәмә лә әйтмә, күҙенән йәшен дә һөртмә, бары тик ҡосаҡла, ҡулын тот… наҙлы итеп, яратып… һөйөүең йөрәгенә барып етерлек итеп…Күңеленә көс бир. Ул быны тойор. Күңелен яулаһаң—һөйөүен яуларһың. Яула…уйҙарың менән, аҡылың менән, ихласлығың менән, ишетә белеүең менән… Уның иренендә йылмайыу эшлә һәм бәхетле итеү өсөн көсөңдө йәлләмә. Ышаныслы, ныҡлы, иғтибарлы, хәстәрлекле һәм ысын ир-егет булыуың менән яула!

Ир-егеттәр! Үҙегеҙҙең фәрештәләрегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ, иркәләгеҙ, сәскәләр бирегеҙ, сюрприздар эшләгеҙ! Шул саҡта ул ҡатын-ҡыҙ һеҙҙең ышаныслы тылға әйләнәсәк. Ундай ҡатын бар йортта һәр саҡ йылы, йәмле, күңелле.

Ҡатын-ҡыҙ һеҙҙең ашҡаҙанды тултырыусы булып түгел, күңелегеҙҙе тултырыусы булып яратылған. Бының өсөн уның күңеленә инеү мөһим, тик бысраҡ итектәр менән уны тапамағыҙ! Ҡатын-ҡыҙға эшләгәнегеҙ һеҙгә йөҙләтә ҡайта. Һөйөү булып ҡайтырмы, бәлә булыпмы – быныһы һеҙҙең ҡулда!

 

Интернет селтәренән.
Резеда Усманова тәржемә итте.

Автор:Резеда Валиева