АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
15 Сентябрь 2023, 05:05

ЙЫР ҺОРАУ ТЫУҘЫРҘЫ

Яңыраҡ татар йырсыһы Илсиә Бәҙретдинованың "Юҡһыныу" йырын ишеткәс, көй таныш булғандай тойолдо. Гөлсөм Бикбулатова башҡарған "Саҡырмасы, кәкүк" йырының көйөн хәтерләтә ине... Эйе, был йырҙың легендаһы Баймаҡ районына, Төйәләҫ буйына барып тоташа. Тимәк, йыр башҡорт ерендә тыуған... Был тәңгәлдәге һорау менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсинға мөрәжәғәт иттек... Уның яуабы түбәндәгесә булды...

ЙЫР ҺОРАУ ТЫУҘЫРҘЫЙЫР ҺОРАУ ТЫУҘЫРҘЫ
ЙЫР ҺОРАУ ТЫУҘЫРҘЫ

--Эйе, "Саҡырмасы, кәкүк", йәки "Ҡысҡырмасы, кәкүк" йыры - башҡорт йыры. Уның көйөн дөрөҫ итеп халыҡҡа сығарысы тәү сығанаҡ Сөләймән Абдуллин дөрөҫ башҡара, минең башҡарыуҙа ла осратырһығыҙ... --тип аңлатта Рәмил Париж улы.

Интернет селтәрендә Абдулла Солтанов, Рәмил Туйсин һәм Гөлсөм Бикбулатова башҡарыуындағы йырҙы табып, сағыштырып ҡараныҡ. Ысынлап та, айырма һиҙелә.

 

Тимәк, был йыр татар халыҡ көйөнә лә башҡарыла икән... Ике милләт көйөнә башҡарылған йырҙың тарихы башҡорт ерлегенә тоташа, легендаһы түбәндәгесә:

Бер ваҡыт ҡыҙҙар менән әбейҙәр күл йыуаһын йыйырға Төйәләҫ (Баймаҡ районында Ирәндек тауҙарынан баш алған йылға) буйына сыҡҡан. Егеттәр алдан барып, уларҙы көтөп торған. Әбейҙәргә бүләк биреп, юхалап,ҡыҙҙар менән әҙерәк аралашып алырға рөхсәт алғандар. Егеттәр үҙҙәренең яратҡан ҡыҙҙары менән берәм-берәм таралышып һөйләшә башлаған. Бер егет менән ҡыҙ тирәк төбөнә барып ултырғандар. Был тирәккә кәкүк ҡунып саҡыра башлаған да туҡтап ҡалған. Егет, ҡыҙы риза булмаһа ла, кәкүктән нисә йыл йәшәүен һорарға булған. Кәкүк 12 тапҡыр ғына саҡырған да туҡтаған. Ҡыҙ күңелһеҙләнгән, егет уны башҡалар янына алып киткән. Ул ваҡыттарҙа йәштәр «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйынын яратып уйнар булған. Байтаҡ ҡына уйнап-көлгәндән һуң, әбейҙәр ҡыҙҙарҙы алып ҡайтып киткән. Егеттәр һыу инергә ҡалған. Шул ваҡыт әлеге егет һыуға батып үлгән. Уны ауылға күтәреп алып ҡайтып күмгәндәр. Егеттең яратҡан ҡыҙы уның иҫтәлеге итеп йыр сығарған.

Саҡырмасы, кәкүк, эй, эргәмдә
Саҡырһаңсы кәкре ҡайын янында.
Егет кенә кеше сер белгертмәҫ,
Ҡайғылары артҡан һайын да.
Саҡырмасы, кәкүк, ай, һаташып,
Хәсрәт арттырырға маташып.
Сит илдәрҙә йөрөй яңғыҙ башым,
Яңғыҙ кәкүк кеүек аҙашып.
Саҡырма ла, кәкүк, ай, ҡаршымда,
Саҡырһана ағас башында.
Уңлы ла ғына һуллы ҡашым тарта -
Ни булыр ҙа ғәзиз башыма?
Минең башҡайыма ник ултырҙың,
Бер-бер нәмә булыр микән ни?
Юраусылар юрап әйткәненсә,
Ғүмерем зая үтер микән?[2]

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас