АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
14 Сентябрь 2023, 17:05

ҮҘГӘРЕРГӘМЕ, ҮҘГӘРТЕРГӘМЕ?..

Бер көнө ҡыҙы атаһына килә лә: --Атай, мин арыным, миңә гел ауырлыҡтар осрап тик тора: шәхси тормошта ла, эштә лә... Көсөм дә ҡалманы. Ни эшләргә? --Әйҙә, һиңә бер нәмә күрһәтәм...—тип атаһы ҡыҙын аш бүлмәһенә алып инә.

ҮҘГӘРЕРГӘМЕ, ҮҘГӘРТЕРГӘМЕ?..ҮҘГӘРЕРГӘМЕ, ҮҘГӘРТЕРГӘМЕ?..
ҮҘГӘРЕРГӘМЕ, ҮҘГӘРТЕРГӘМЕ?..

Атай кеше газ плитаһына өс кәстрүл ҡуя. Һыу ҡоя. Береһенә--кишер, икенсеһенә--йомортҡа, өсөнсөһөнә ҡәһүә (кофе) төшөрә. Бер нисә минуттан атаһы ҡыҙына һорау бирә:

--Йә, ҡара, уларға нимә булды?

--Кишер менән йомортҡа беште, ҡәһүә эрене,--ти ҡыҙ.

--Дөрөҫ,--ти атаһы.--Әйҙә, тәрәнерәк уйлап ҡарайыҡ. Эҫе һыуҙа кишер беште, йомшарҙы. Ярыла яҙып торған йомортҡа, киреһенсә, ҡаты булып китте. Тыштан шул уҡ күренһәләр ҙә, эске тороштары үҙгәрҙе. Тышҡы мөхит, йәғни эҫе һыу уларҙы үҙгәртте. Тормошта ла шулай: ҡаты кешеләр йомшарып китеүе ихтимал, ә көсһөҙ, наҙлы кешеләр нығына...

--Ә ҡәһүә?

--О, ҡәһүә--был иң ҡыҙыҡлыһы. Ул бит һыуҙа эрене лә һыуҙы хуш еҫле эсемлеккә әйләндерҙе. Шундай кешеләр була: уларҙы тирә-яҡ мөхит, уратып алған кешеләр һәм ваҡиғалар үҙгәртә алмай, улар үҙҙәре тирә-яғын үҙ файҙаһына үҙгәртә.

Ауыр саҡта кем булырға? Быныһын һәр кем үҙе хәл итә...

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас