АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
11 Сентябрь 2023, 10:15

Ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙан ниндәй еҫ килгәнен яратмай?

Гүзәл заттан килә торған еҫ – уның шәхси еҫе була. Хушбуй етештереүселәр «Еҫ - ҡатын-ҡыҙҙың кейеме», - тип тә әйтә. Тик ир-егеттәргә оҡшамай торған еҫтәр ҙә була.

Ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙан ниндәй еҫ килгәнен яратмай?Ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙан ниндәй еҫ килгәнен яратмай?
Ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙан ниндәй еҫ килгәнен яратмай?

Егеттәр, мәҫәлән, әбейҙәр еҫен оҡшамай. Ир-егеттәр иҫкергән хушбуйҙар һөртөүселәрҙе өнәмәй. Инде нисә йылдар популяр булған, классикаға әүерелгән еҫтәрҙе лә егеттәр оҡшатмай икән. Яңы хушбуйҙар ҙа бик күп, шуларҙы ҡарап алырға кәрәк.

Ваниль еҫе ирҙәрҙең күбеһенең күңелен ҡайтара. Ул бик татлы, ә ир-егеттәр ҡыҙҙарҙан шундай еҫ аңҡыуын яратмай.

Баллы (сладкий) хушбуй һипкән гүзәл зат янында баҫып тороуы ҡыйын. Өҫтәүенә, улар өҫтөнә ярты флакон хушбуй һипкән булһа, бигерәк тә тын ҡыҫыла.

Ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙан алкоголь еҫе килеүен дә яратмай. Шулай уҡ тәмәке еҫе борҡоуын хупламай. Баҡтиһәң, ир-егеттәр төпсөк һауыты менән үбешергә теләмәй.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас