АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
6 Сентябрь 2023, 16:35

ҮҘЕҢДЕ ҺАҠЛА!

Үҙеңде һаҡла… Донъяң емерелеп, селпәрәмә килһә, ситтән берәү ҡул һуҙыр, яҙмыш упҡынынан һөйрәп сығарыр тип көтмә. Үҙеңдән тыш бер кем һине аяҡҡа баҫтырмаҫ, ҡанаттарыңдан саңды һөртөп төшөрмәҫ.

ҮҘЕҢДЕ ҺАҠЛА!ҮҘЕҢДЕ ҺАҠЛА!
ҮҘЕҢДЕ ҺАҠЛА!

Үҙеңде һаҡла… Донъяң емерелеп, селпәрәмә килһә, ситтән берәү ҡул һуҙыр, яҙмыш упҡынынан һөйрәп сығарыр тип көтмә. Үҙеңдән тыш бер кем һине аяҡҡа баҫтырмаҫ, ҡанаттарыңдан саңды һөртөп төшөрмәҫ.

Үҙеңде һаҡла… Юғалған йылмайыуыңды үҙең тапмаһаң, бер кем һине йылмайта алмаҫ. Күҙ йәштәреңдән оялма, уларҙы ваҡыт ҡына һөртә ала. Һөйөүеңә аяҡ һөртөп китһәләр ҙә үкенеп, бүләк иткән хис-тойғоларыңды йәлләп ултырма. Һөйөү һиндә. Һин уға биргәнһең, әммә һөйөү һиндә ҡалған, ул һинең тойғоң. Үткәндәргә үкенеп, энергияңды сарыф итмә. Бының менән бары йәнеңде генә үртәйһең, үҙеңә генә зыян килтерәһең.

Үҙеңде һаҡла… Һинең изгелегең менән ҡулланыусыларға юҡ тип әйтергә өйрән. Көсөң бөтөүөн һиҙә башлағас та хәл-ваҡиғалар үҙәгенән сыҡ, хәл йый. Үҙеңде һаҡла һәм иҫтә тот: һин үҙеңдеке, һин берәү генә, йәшәү өсөн үҙеңде тулы килеш һаҡларға кәрәк.

Үҙеңде ярат! Донъяла һиңә үҙ һөйөүҙәрен бүләк итергә теләүселәр күп түгелдер, әммә был һин һөйөүгә лайыҡ түгел тигәнде аңлатмай.

Үҙеңде һаҡла… Быны үҙең эшләмәһәң, быны һинең өсөн бер кем эшләмәҫ…

Алина Ермолаева.


Резеда Усманова тәржемәһе.

 

Фото: bubbleboom.ru

 

Яҙманы башҡа сайттарға алғанда редакцияны күрһәтергә, авторҙан рәхсәт алырға!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас