

Таңсулпан Байтимерованың хәйергә бәйле яҙмаһынан өҙөк:
Бер ҡарауға ҡыҙыҡ та, бер яҡтан сәйер ҙә хәлгә тарығайныҡ...
Бер шулай ҡәйнәмдең йыллығында мәсеткә килдек. Ул ваҡыт махсус хәрби операциянан йәш кенә туғандарыбыҙ, ҡоҙабыҙ мәрхүм булып ҡайтҡан ваҡыттар ине. Балалар мәсеткә инеү менән йүгерешеп уйнай башланы. Мин уларҙы ҡарап ҙур залда ҡалырға булдым һәм иремә тиҙ генә кемгә-кемгә хәйер бирергә кәрәклекте аңлаттым. Тик хәҙрәт уҡый башлағас былар кемдәргә хәйер бирергә онотҡандар. Ҡәйнәмә генә биреп, ҡалған мәрхүмдәргә уҡымағандар. Ә ниәт иткән аҡсаны тулыһынса биргән үҙе...
Ҡайтҡас шул төндө Азаматовичтың (авторҙың ире -редакция) төшөнә ҡәйнәм ингән. Күҙ йәштәренә быуылып: "Тағы аҡса бир әле, улым, әллә кемдәр минән аҡса таптыра", – тип илай ти был... "Килә лә таптыралар, килә лә таптыралар",--тигән...
Шул төшөн аптырап миңә һөйләгәс тә, мәсеттә кемдәргә хәйер биреүен һораным. Ҡәйнәмә генә биргәнен асыҡлағас, теге аҡса таптырыусылар ниәт итеп тә хәйерһеҙ ҡалған мәрхүмдәр икәнен аңланыҡ. Күп тә үтмәй кире барып һәр береһенә ататып хәйер бирҙек... Хәйер биреп, доғалар ҡылдырып теге донъялағы хәлдәрен еңеләйтергә тырышып күңелем тынысланды.
Фото:letsgophotos.ru