

Үҙ кодексымдың бер өлөшө менән уртаҡлашам.
Үҙеңдә шатлыҡты уят. Һин ошо тормоштоң шатлығы. Һәм һине шуның өсөн яраталар.
Бер кемгә лә, бер нәмгә лә йәбешеп ятма! Ҡош кеүек ирекле бул! Һауа һымаҡ үтә күренмәле бул! Йыһан һине ҡайғырта, әле һиңә нимә кәрәк – шул һиндә бар! Әле бар!
Һин юғарыла саҡта һине кәмһетеп, битәрләп, юҡ итеп булмай. Кешеләр алама ғәмәлдәре, һүҙҙәре менән һине түгел, үҙҙәрен түбән төшөрә.
Сәбәп һәм һөҙөмтә законы һорамай, ярлыҡамай.
Ни генә булһа ла ҡая һымаҡ тыныс бул. Һәр көн сифатлы һәм шатлыҡ менән йәшәү шанс. Ҡайҙан нәҫелең булыуын, артыңда кемдәр торғанын онотма. Күктәр һәм фәрештә-һаҡлаусыларҙы иҫтән сығарма. Йыһан һине ишетә һәм хыялыңды тормошҡа ашыра.
Нәҫелеңдең көслө кешеләрен иҫтә тот, ата-әсәйеңде онотма. Һин нәҫел көсөн мираҫ итеп алғанһың, ихтирамға лайыҡһың. Ергә нимәгә ебәрелгәнеңде онотма. Мәшәҡәттәргә үҙең хаҡында оноторға ирек бирмә!
Ҡәҙереңде бел! Эйе, үҙеңдең ҡәҙереңде үҙең бел! Ошо етә! Бер кемгә лә, бер нәмәгә лә тормошоңдо йәмһеҙләргә юл бирмә! Һинең көндәрең шатлыҡ өсөн генә!
Һине һауа һымаҡ кәрәк тойған кешеләр менән генә бул! Әгәр улай түгел икән, янында ла торма!
Гөлнәзирә Йәнтүрина яҙмаһын Резеда Усманова тәржемә итте.