АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
2 Сентябрь 2023, 09:35

АВТОБУСТАР ҠАЙҘА БУЛҒАН?

Сибай-Баймак араһында ла таксиҙар күп йөрөй. Ярай инде, улары тәжрибәле оло йәштәге водителдәр. Бынан тыш, социаль селтәрҙәрҙә “Попутчики” чаты бар. Өйөңдән килеп ала, кәрәк ергә алып бара. Аҡсаң ғына булһын! Ә уларҙы бит бер кем дә контролгә алмаған. Бәлки, водитель танытмаһы ла юҡтыр... Бәлки, тәжрибәһе юҡ килеш юғары тиҙлек менән йөрөргә яраталыр... Ә бәлки...

АВТОБУСТАР ҠАЙҘА БУЛҒАН?АВТОБУСТАР ҠАЙҘА БУЛҒАН?
АВТОБУСТАР ҠАЙҘА БУЛҒАН?

Элек, беҙ студент саҡтарҙа, вокзалдар геүләп тора ине. Яҡында уҡыусылар автобустарға тейәлеп китһә, йыраҡтағылар поезға эләгергә тырыштыҡ. Таксиҙар булманы ла бит. Такси хеҙмәте килеп сығыу менән ҡала араларында автобустар һирәгәйҙе, көн аша, унан айырым бер көндәрҙә генә йөрөй башланы. Көндәлек автобус хеҙмәте райондарҙа ғына һаҡланып, үҙәк менән ауылды тоташтырыусы сара булып ҡалды. Хәҙер иһә ауылда ла һәр кемдең үҙ машинаһы тигәндәй... Автобусҡа ҡарт-ҡоро, уҡыусы балалар ғына ултыра. Сөнки йәше тулған береһе водитель танытмаһы алып, йөрөтә-беләме юҡмы машинаға ултыра. Аҙмы-күпме булһа ла бензинлыҡ аҡса эшләргә теләгәндәре үҙенә юлдаш та алып маташа (етмәһә, кеше ғүмере өсөн яуаплы икәнен аңламаған йәш-елкенсәк шул төҙөк булмаған, ҡулдан алынған машинаһында юғары тиҙлек менән ҡыуалай әле)... Был, беренсенән, хәүефле. Икенсенән, пассажирҙар булмау сәбәпле, автобустар һанын ҡыҫҡартыуға килтерә, йә бөтөнләй ул маршрут ябыла. Быныһы йәнә хәүеф тыуҙыра. Ниндәйҙер проблемалы әйләнә килеп сыға.

Сибай-Баймак араһында ла таксиҙар күп йөрөй. Ярай инде, улары тәжрибәле оло йәштәге водителдәр. Бынан тыш, социаль селтәрҙәрҙә “Попутчики” чаты бар. Өйөңдән килеп ала, кәрәк ергә алып бара. Аҡсаң ғына булһын! Ә уларҙы бит бер кем дә контролгә алмаған. Бәлки, водитель танытмаһы ла юҡтыр... Бәлки, тәжрибәһе юҡ килеш юғары тиҙлек менән йөрөргә яраталыр... Ә бәлки...варианттар күп бит.

Бына ошо таксистар, “попутчиктар” арҡаһында бөгөн йүнләп автобустар йөрөмәй. Сараһыҙлыҡтан әлеге лә баяғы таныш булмаған кешеләргә ултырып китергә мәжбүр булаһың...

Нимәгә яҙаммы? Уҡыу йылы башланып та өлгөрмәне, йәштәр юғала башланы. Юлға сыҡҡан йәш кеше уҡыған еренә барып етә алмай ҡайҙа була һуң? Вокзалдарҙан автобустар мәлендә йөрөп кенә торһа, кеше теләһә кемгә ултырмаҫ ине...

Хәүефһеҙлекте ҡайтарыу өсөн беҙгә дәррәү генә таксистарҙан, “попутчиктар”ҙан баш тартырға кәрәк тә бит... Тик был булмаясаҡ... Сөнки, алда яҙыумса, проблемалы әйләнә хасил булған: пассажир юҡ – автобус юҡ. Хәҙер автобуст маршрутын тергеҙегеҙ тип мөрәжәғәт итһәгеҙ, “не выгодно” тигән яуап аласаҡһығыҙ. Иртәнсәк ҡайҙалыр барырға теләгән кеше төш килер автобусты көтмәй бит инде, кемгә етте шуға ултырып китеп бөтә. Төш килгән атвобус водителе тағы аптырыуға ҡала: кеше юҡ, китеп бөткән, тимәк, был маршрут “кәрәкһеҙ”...

Был үҙенә күрә оло проблема... Авариялар арта...Үлем осраҡтары, юғалған кешеләр күбәйә....

Ә һеҙҙең фекер ниндәй? Нисек хәл итергә был проблеманы?

 

Фото: sportishka.com

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас