АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
1 Сентябрь 2023, 06:10

Сентябрь - моңһоу ай

Сентябрь... Балаларҙы өйҙәренән, ауылдарынан, йәшәгән ҡалаларынан башҡа яҡтарға алып киткән ай. Моңһоу ай. Әсәйҙәр ишек, ҡапҡа төбөнә, юлға сығып оҙатып ҡала. Артҡа боролоп ҡарамаҫҡа тырышаһың, сөнки ул һинең күҙҙәрҙәге йәште күрергә тейеш түгел. Боролмайһың, ҡарамайһың, түҙәһең... Билдәле бер урынға барып еткәс, ҡул болғар өсөн артҡа ҡайырылаһың да, йәш тулы ҡарашың уныҡы менән осраша.

Сентябрь - моңһоу айСентябрь - моңһоу ай
Сентябрь - моңһоу ай


Әсе йәштәрең ҡапҡа алдындағы иң ҡәҙерле һынды йыуып төшөргәс, һин уны тамам күҙҙән юғалтаһың... Яңынан табырға тырышып, 😢тағы боролоп ҡарайһың. Тағы, тағы...

😔📚✍Өйгә ҡайтмаған аҙна айҙай оҙаҡ үтә, айы иһә тотош бер йылға торош уның...

👩‍👦Купмелер ваҡыттан һуң һин үҙең дә ҡапҡа төбөнән донъялағы иң яҡын, иң ҡәҙерле һынға ҡул болғап ҡала башлайһың. Уның артынан талпынып - талпынып ҡуяһың да, эйәреп китә алмаҫыңды аңлағас😢, дерелдәгән ирендәреңде усың менән ҡаплап, эркелгән күҙ йәшеңде теге һын алдында сайпылдырмаҫ өсөн ҡарашыңды күккә төбәйһең: "Ғәзиз баламды Һиңә тапшырам, берүк һаҡлап йөрөтә күр!" 🙏📿

Сентябрь... Балаларыбыҙҙы бәләкәй һуҡмаҡтан ҙур юлға сығарған, беҙҙән оло тормошҡа алып киткән ай...🍁🍂🌧️

Яҡлаулы, һаҡлаулы ғына булһындар ҡул болғай - болғай йыраҡлаша барып, күҙ уңынан юғалған ғәзиз һындар... 🙏📿❤️🧿

Лена Хәйруллина

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас