АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
27 Август 2023, 16:05

ҺАЛҠЫНЛЫҒЫНАН АРЫНЫМ...

Әхирәтем иренән айырылырға йөрөй... Ире ҡул күтәрмәй, эшләй, аҡса таба, эшендә абруйлы ғына... Балалары бар... Барыһы ла теүәл һымаҡ. Мин дә шулай уйлағайным. Тәүҙә айырылыуына ныҡ ҡаршы булдым! Миҫалдар килтерҙем, һиңә ни етмәй тип һораным... Эйе, кеше тормошо ҡара урман бит ул, уны белеп бөтөп булмай...

ҺАЛҠЫНЛЫҒЫНАН АРЫНЫМ...ҺАЛҠЫНЛЫҒЫНАН АРЫНЫМ...
ҺАЛҠЫНЛЫҒЫНАН АРЫНЫМ...

Бер әхирәтем серен һөйләне...Ә мин уны хәҙер бар ғәләмгә һөйләйем) Рөхсәт алдым, әлбиттә. Ниңә һөйләйемме? Бәлки, кемдер уйланыр, фәһем алыр...
Ул иренән айырылырға йөрөй... Ире ҡул күтәрмәй, эшләй, аҡса таба, эшендә абруйлы ғына... Балалары бар... Барыһы ла теүәл һымаҡ. Мин дә шулай уйлағайным. Тәүҙә айырылыуына ныҡ ҡаршы булдым! Миҫалдар килтерҙем, һиңә ни етмәй тип һораным... Эйе, кеше тормошо ҡара урман бит ул, уны белеп бөтөп булмай...
Күпме генә уйынан кире ҡайтарып маташһам да, уның айырылыу теләге көсәйгәндән-көсәйә барҙы... Быға тиклем һөйләмәгән өйҙәге “сүп”тәре хаҡында ла һөйләп ташланы... Әхирәтем ире өсөн бары уңайлы, ҡәҙере юҡ икән! Бармы бар! Балалары ҡараулымы ҡараулы! Ҡатыны ҡайҙа барһа ла бара...Ир һорамай ҙа, ҡыҙыҡһынмай ҙа икән. Хатта белмәй ҡала. Ә был әхирәтемә оҡшамай. Ҡайҙа бараһың, бөгөн көнөң нисек үтте, барыр ереңә имен барып еттеңме тигән һорауҙар юҡ! Миңә тимәһә бөгөн үк ете диңгеҙ аръяғына кит, ирҙең унда эше лә булмай! Оҙаҡ түҙгән был һалҡынлыҡты... Ирле көйө ирһеҙ йәшәүҙе... “Бешерәм, бешергәнемде ашаусы ир юҡ. Ҡайҙалыр эштә гелән. Эштән ҡайта ла ауа. Балалар йоҡлағас ҡайтып инә, балалар йоҡлап ятҡанда таң менән сығып китә. Күңелемдә нимә барғанын һорашыу түгел, хәлемде һорашыусы юҡ.... Һөйләшеп тә, туҙынып та ҡараным. Үҙгәрмәй. Шул уҡ һалҡынлыҡ, шул уҡ иғтибарһыҙлыҡ.... Арыным. Ҡәҙерем булмауҙан арыным”,--тине ул...

Эйе, ҡатын-ҡыҙ әйбер түгел, өй йыйыштырыусы ла, ашнаҡсы ла түгел, ул ҡолаҡ менән ярата, ул иғтибар көтә. Көн һайын яратам тимәгәндә лә, хәлен һорашып, бешергән ашына рәхмәт белдереп, уртаҡ проблемаларҙы бергә хәл итеп, ҺӨЙЛӘШЕП йәшәргә кәрәк... Әгәр ир тулы иғтибарын бирә алһа, ҡатын-ҡыҙ “осоп” йөрөйәсәк, өйөн дә йыйыштыра, ашарына ла бешерә, күҙҙәренән нур сәселә... Һәм, әлбиттә, ундай йортҡа ир тартлып та торасаҡ. Тимәк, ғаилә бәхете икәүҙең аңлашып, бер-береһен ишетеп, яратып, ихтирам итеп йәшәүендә. Ә бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәү генә ғаиләне тота алмай...

 

 

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

фото: thevoicemag.ru

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас