

Бер аҙна тура кәүҙә менән ултырып, тура кәүҙә менән йөрөп ҡара. Хәтерең яҡшырғанын тойорһоң...
Йоҡлар алдынан 1-2 сәғәт алдан телевизорҙы, компьютерҙы һүндер. Һин үҙеңдең ижади импульсыңды, теләктәреңде аңларһың...
Ике аҙна дауамында телефондан эш буйынса ғына һөйләшеп ҡара. Тәүлегенә 36 сәғәт икәнен белерһең...
Ҡулыңа тәмәке алғың килгәндә алма, әфлисун, банан ал йә һыу эс. Ике аҙна эсендә үҙеңдә көс тойорһоң...
Нимәлер эшләгең килһә (тәү тапҡырмы - мөһим түгел, һиңә оҡшаған ғәмәл булһа, шуны эшләргә теләгең булһа), уйламайынса эшлә.. .Икеләнеүҙәргә, баһалауҙарға ваҡыт ҡалдырма. Бик күпте эшләй алыуыңды аңларһың.
Үҙең яратмаған кешегә уйҙарыңда ҡиммәтле бүләктәр тапшыр. Уның балҡыған йөҙө күҙ алдыңа баҫыр. Шулай итеп уны күрә башларһың...
Һәр саҡ йылмайып ҡара... Бер ай эсендә һәр кешене таныш һәм хәүефһеҙ итеп тойорһоң.
Фото: capiton-mebel.ru
Фекерҙәр интернет селтәренән алынды һәм Резеда Усманова тарафынан тәржемә ителде.
"Атайсал" сайтынан башҡа сайтҡа яҙмаларҙы автор рәхсәте менән алырға, йә редакция һылтанмаһын мотлаҡ социаль селтәргә ҡуйырға!