

Бөгөн генә беҙҙең урамдан йәш ҡатынды бюстгалтер һәм шортикта күргән инем, интернеттән яңылыҡтарҙы ҡараһам,хас шулай кейенгән ҡатындың һүрәте аҫтына “Оҙаҡламай урамға ялан өҫ сыға башлаясаҡтар” тип яҙып ҡуйғандар.
Өләсәйҙәргә лә оят түгелме инде ҡыҫып торған пижама кеүек трикотаж майка менән ҡыҫҡа ыштан кейеп, бөтә йыйған “байлығын” күрһәтеп,һелкетеп, ейәнсәрҙәрен әҙәп-әхләҡ нормаларына өйрәтеү урынына, улар менән ярты –йорто кейенеп, урамда йөрөргә?! Нисек кенә йәштәр кеүек ҡыланһаҡ та, ҡартлыҡты ҡаплап булмай, әҙәм көлкөһө генә булып күренәбеҙ.
Ҡунаҡҡа барһам, 55 йәшлек хужабикә (үҙ өйҙәре) шортик , футболкала ҡунаҡ тәрбиәләй, еткән ҡыҙы ла өҫтәл янына йыуан балтырҙарын ялтыратып шул формала ирҙәр булған мәжлескә сығып ултырҙы. Береһенең дә башында ла юҡ, нисек үҙеңдең ғәүрәттәреңде асыҡтан-асыҡ башҡа ирҙәргә ( уларға ғына ла түгел) күрһәтмәҫкә, әҙәп һаҡларға. Бөтөнләй тәртипһеҙлек. Балаларҙы яманлап та булмай, әсәләре үрнәк күрһәткәс.
Танышым һөйләй, улы “ҡунаҡҡа” йөрөшкән ҡатындың үҫмер тулы ғына кәүҙәле ҡыҙы шулай асыҡ кейенә. Улды ҡосаҡлап та китә, кереп бара ...Йөрәгемә шом керҙе. Әйтеп ҡараған инем, үпкәләне. Ул ғына түгел, хатта үҙ атайың, ағайҙарың, хатта энең янында ла улай йөрөргә ярамай. Әсәһенә лә әйтеп ҡараным, “мин ууларға ышанам”ти. Нисек кенә яҡын кеше тип уйлаһаң да, улар ирҙәр. Ир бала өс йәштә үк барыһын да яҡшы аңлай, ти ғалимдәр. Ирҙәрҙең есемен белмәйҙәр ахыры. Күпме ишетәбеҙ, күрәбеҙ үгәй атайҙан бала тапҡандарын, хатта үҙ атаһы, үҙ ағаһы мәсхәрә иткән хәлдәр бар. Ирҙәргә тәбиғәт бала үрсетеү теләге биргән. Ул ир, бигерәк тә түбән интеллекта булһа, үҙе теләйме, теләмәйме йәш ғәүрәтте күргәс, инстинкт үҙенекен итеүе мөмкин. Шулай итеп, асыҡ кейенгән ҡыҙ ирҙең дә , үҙенең дә яҙмышын харап итеүеүе бар.
Маньяктар ҙа шунан килеп сыға ла инде. Мәҫәлән, ул урамда кис ,кеше әҙ саҡта, балтырҙары һәм ярты күкрәге асыҡ ҡыҙҙы күрҙе, ти. Ирҙең күҙе төшә. Унда инде ул нәфсеһен тотоп тыя алмай,ҡыҙ артынан барып күҙәтеп, аулаҡ урын эҙләй (хатта осраған шундай башҡа ҡыҙҙарҙы ла күрмәй ул), уның хайуан теләге тик был ҡыҙға йүнәлгән.Ҡыҙ кейенгән булһа, уның күҙе лә төшмәҫ, трагедия ла килеп сыҡмаҫ ине. Интеллегент, интеллектуал , үҙен рамкала тота торған ирҙәр әҙ. Улар ҙа асыҡ кейенгән ҡыҙҙарға ҡарамай үтә алмай, күҙ гонаһы йыйырға мәжбүрҙәр, унан һуң ,ирлек көстәре лә яйлап кәмей төшә ( ул теге маньяк-хайуан кеүек йөгөрмәй бит ҡатын –ҡыҙ артынан). Доктор, академик Л.А.Китаев – Смак был теманы тикшереп, шундай һығымтаға килгән: “...одежда, подчеркивающая и оголяющая женскую прелесть, пробуждает у мужчин желание овладеть ею, и у него в организме происходят процессы ...(үҙенең сайтынан асыҡлаңҡырап уҡығыҙ), что постепенно приводит к простате и аденоме простаты. Многие женщины ХХ1 века буквально роют могилу мужскому здоровью своими обнаженными ногами и глубокими вырезами».
Америка ғалимдәре 60 тан үткән ирҙәрҙең 80% аденома менән ауырып үләләр; шул уҡ ваҡытта мосолман илдәрендә яман шеш менән ауырыусы ирҙәр бик әҙ, тип нәтижә яһағандар.
Егеттәр бындай ҡыҙҙар менән, еңел холоҡло тип, ваҡыт уҙғарырға ғына таныша, өйләнер өсөн уларға кейенгән тәртипле,тәрбиәле ҡыҙ кәрәк. Ҡыҙҙар ҙа тәртипле егеттәрҙе эҙләй, ә үҙҙәре ...
Улай ғына ла түгел, ҡатын- ҡыҙҙар, ғәүрәттәрен ҡапламайынса йөрөп, бала табыуға бәйләнгән органдарына (репродуктивные органы) тиҙ күҙ, боҙом (бөтә негативтар ҙа боҙомға әйләнә) тейеүен, аҙаҡтан бала таба алмай аптырауҙарын, йә ғәрип, етлекмәгән бала тыуасағын һәм шул әғҙалары яман шеш менән ауырыясаҡтарын иҫтә тотһондар ине (большой риск).
Телевидение тапшырыуҙарында ҡатындар шундай кейемде ирҙәрҙе ҡаратыр өсөн кейәбеҙ , тип асыҡтан-асыҡ әйтәләр. Мода белгесе А. Васильевтың һүҙҙәре иҫтә ҡалған: “Һылыу, хайуандарҙы ҡаратаһың килһә - сисен, ирҙәрҙе ҡаратаһың килһә-кейен!”, ”Үҙ ирең алдында ғына шулай кейенергә ярай” һ.б. Ул тапшырыу нисә йылдар инде ҡатындарҙың үрҙә әйтелгән кейемдәрен күлмәк, костюмдарға алмаштырырға тырышлыҡтары әҙрәк һөҙөмтә бирә башланы. Матур итеп күлмәк кейгән ҡатын-ҡыҙҙар осрай, күңелгә ятып тора. Хәҙер кейемдең йәнеңә ниндәйен теләйһең, барыһы ла бар. Мин аҙаҡҡы ваҡыттарҙа бүләккә йәш туған –ырыуға күлмәк алып бирә башланым. Үҙҙәре менән магазинға барып, икебеҙгә лә оҡшағанын алабыҙ. Бик ҡәнәғәттәр. Был эҫелә шулай еңел, киң генә иркен күлмәк менән рәхәтләнеп, елләп йөрөү урынына, фигураһын белендергәнсе осаларын ҡыҫып, быжып йөрөйҙәр тип арттарынан ҡарап, йәлләп тә ҡуям.
Был турала В.Чаплиндың (мәрхум инде) яҙыуын , үҙе әйткәнсә боҙмай ғына, күсереп ҡуйһам яҡшыраҡ булыр :
“Развязный внешний вид и развязное поведение — прямая дорога к несчастью. К пустым "любвям на один раз". К краткосрочным бракам, за которыми тут же следуют крысиные разводы. К сломанным судьбам детей. К одиночеству и безумию. К жизненной катастрофе.
Во все времена, у всех народов внешний вид человека не считался на сто процентов частным вопросом. Как женщины ведут себя в публичных местах, в институте, на работе — не только их "личное дело". Кстати, мужчин это не в меньшей мере касается. Тип, одетый посреди большого города в шорты и майку, в треники и тапочки, точно так же недостоин уважения. Только жалости — если он бомж, например”.
Халыҡ :“Ағас күрке -япраҡ, әҙәм күрке -сепрәк” -тип юҡҡа ғына әйтмәгән.
Етәр инде, татар, башҡорт ҡатын –ҡыҙҙары, көтөүҙәге мал кеүек, бер төрлө күренер өсөн, башҡа милләттәрҙең насар холоҡтарын ҡабатларға! Дин тотмағанда ла, беҙҙең генетик код мосолмандыҡы бит, үҙ аҫылыбыҙға ҡайтайыҡ!
Зәйтүнә Көҫәпова
Эйе шул, бик дөрөҫ яҙылған, мин дә килешәм! Сибайҙа ла шул уҡ хәл...